Көлкө артында ни ята?

Көлкө артында ни ята?

Күптән түгел Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры грузин драматургы Авксентий Цагарелиның “Ханума” комедияһын сәхнәләштерҙе. Ошо хаҡта фекер алышырға саҡырам. “Ханума” спектакленә реклама кәрәкмәй, сөнки ул әҫәрҙең даны беҙҙең илдә ныҡ таралған, өлкәнерәк быуын тамашасылары үткән быуаттың 70-се йылдарында Ленинград ҡалаһының Ҙур драма театры спектаклен телевизорҙан бер нисә тапҡыр күргән йәки төрлө байрамдарҙа әҫәрҙән өҙөктәрҙе ҡараған, һис юғында рецензиялар уҡығандыр, кешенән ишеткәндер. Билдәле режиссер Георгий Товстоногов сәхнәләштергән был тамашала актриса Людмила Макарованың Ханума образын сәсрәтеп уйнауы, мәңге хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп, характерына тап килтереп йырлап ебәреүҙәре әле лә күҙ алдында тора. Микич ролен Ефим Копеляндың оҫта башҡарыуы арҡаһында актерҙың үҙе кеүек ҡабул ителгәйне. Ғәжәп, пьеса бик күптән, ХIХ быуатта яҙыла. Уны 1882 йылда грузин драматургы, актеры, режиссеры һәм антрепренеры Авксентий Цагарели ижад итә. Әҫәр дүрт шаршауҙан торған, оҙон һәм ауыр ғына була.
1947 йылда грузин актерҙары тарафынан рус телендә ике сәғәтлек музыкаль фильм төшөрөлә, ул халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулай. Шул фильмды күргән Георгий Товстоногов пьесаны сәхнәләштерергә була. Билдәле драматургтар Борис Рацер менән Владимир Константинов әҫәрҙе ҡыҫҡарта, бөгөнгө көнгә ҡулайлаштыра. Пьесаның Цагарели вариантында йырҙар булмай. Борис Рацер йыр текстары яҙа, уларҙы көйгә Гия Канчели һала. Ана шундай ҙур ғына әҙерлек эштәре башҡарғас, образдарға холҡо-фиғеле менән тап килеп торған актерҙар һайланғас, уға Товстоноговтың режиссер һәләте лә ҡушылғас, бик баҙыҡ тамаша килеп сыға. Әҫәрҙең даны илгә тарала, ҡат-ҡат телевидениенан күрһәтәләр. СССР-ҙа уны ҡуймаған театр ҡалмағандыр, Башҡортостан менән Татарстандың һәр театры тиерлек сәхнәләштерҙе шикелле уны. Һуңғы осор был әҫәр онотолобораҡ тора ине. Һәм бына Милли йәштәр театры данлыҡлы пьесаның үҙ вариантын халыҡҡа күрһәтергә булған. Тормошта Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Рөстәм Хәкимов тыныс холоҡло, йыуашыраҡ кеше кеүек күренһә лә, мин уның бөтә актерлыҡ эштәрен күрҙем тиергә була. Рөстәмдең сәхнәне тултырып йәшнәгән сағыу образдары әле лә хәтерҙә. “Ханума” пьесаһы актер Хәкимовтың темпераментына тап килә, шул сәбәпле ул был пьесаны сәхнәләштерергә булып, һөҙөмтәлә ошо ярһыуға, шул эмоцияға ярашлы спектакль ижад иткән. Быға Рөстәмдең образдарҙы башҡарыусыларҙы уңышлы һайлауы бигерәк тә ныҡ ярҙам иткән, күп кенә ролдәр тап ошо артист өсөн генә яҙылған кеүек. Мәҫәлән, ҡапыл ғына Нәғим Нурғәлин менән Венер Камаловты Микич ролендә миңә күҙ алдына килтереүе ауыр, ә, киреһенсә, Мәғәфүр Усманов менән Илсур Хәбировҡа Вано образы бармай кеүек. Бәлки, яңылышамдыр. Бәлки, бөтә эш актерҙарҙың образдарға бар булмышы менән инә белеүҙәре арҡаһында шулай тойолалыр. Миңә Вано менән Микич образдарында Нәғим менән Мәғәфүрҙе күрергә насип булды. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәғим Нурғәлиндең үҙ образына хас ҡапыл ҡапма-ҡаршы яҡҡа үҙгәреүсе эске тойғо-кисерештәрҙе күрһәтеү оҫталығы һоҡландыра, сәхнәлә барған ваҡиғаларға мимика, ҡараш, мизансцена ярҙамындағы реакцияһы көлкө тыуҙыра. Һәм бының ысын күңелдән эшләнеүе, ә һис тә тамашасыны көлдөрөргә теләп ҡыланмауы ҡыуандыра. Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Усмановтың темпераменты ла, кәүҙәһе лә башына бер алған уйҙан баш тарта белмәгән, ығыш холоҡло Микич Котрянцҡа килешеп тора. Шуға ла Микичтың әҫәр башынан аҙағынаса бер нимәгә ҡарамай кенәз тоҡомо менән туғанлашырға, кенәз титулын эләктерергә теләүе ышандыра, әҫәрҙең төп интригаһын тотоп тора. Актерҙар Вано менән Микич образдары аша грузин һәм әрмән милләттәренә хас холоҡ-фиғелде лә күрһәтеүгә өлгәшкән. Вано еңелерәк холоҡло, ышаныусан, тиҙ үҙгәреүсән, ә Микич уның киреһе – үҙгәрә белмәй, алдына алғанын ҡуймай, ауыр холоҡло. Был әҫәрҙең уңышлы йәки уңышһыҙ килеп сығыуы Ханума образын башҡарған актрисаға бәйләнгән. Спектакль алдынан программаны ҡулға алғас, әлбиттә, был ролдә кем уйнаясағына күҙ һалдым да аптырабыраҡ ҡалдым, сөнки Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зифа Дәүләтбаеваны бөтөнләй икенсе типтағы актриса тип һанай инем. Уға тынысыраҡ холоҡло, әммә көслө шәхестәр роле килешә кеүек ине, миңә ҡалһа. Ләкин бына Зифа Дәүләтбаева сәхнәгә килеп сыҡты ла энергияһы менән тамашасы иғтибарын яулап алды, һәм беҙ спектаклдең тиҙлеге, интригаһы фәҡәт актрисаның ҡыҙыулығына, әүҙемлегенә бәйле буласағын аңланыҡ. Күпме талантлы актерҙарыбыҙ бар беҙҙең, әммә үҙҙәренең халәтенә, темпераментына, көсөнә тап килгән оло ролде оҙаҡ йылдар буйы көтөргә тура килә уларға. Ҡайһы берҙәре хыялланған образдарын сәхнәгә сығара алмайынса пенсияға сығып китә, шул сәбәпле уның таланты тулыһынса асылмай ҡала. Ошо яҡтан Зифа Дәүләтбаева бәхетле булып сыҡты – Ханума кеүек образ актрисаларға йыл да эләгеп тормай. Һис шикһеҙ, был – актрисаның ошоғаса башҡарылған ролдәренең иң мөһиме, уның ҙур уңышы, актрисаның ғына түгел, спектаклдең, режиссерҙың, театрҙың тос табышы.
Икенсе яусы – Кабато образы авторҙар тарафынан еңелерәк яҙылған, уға ярылып ятҡан характер бирелеп етеңкерәмәгәнгә роль Хануманыҡына ҡарағанда ҡайтышыраҡ кеүек тойола. Сәхнә ҡануны буйынса ул хәрәкәттәре, холҡо, булмышы менән Хануманың антиподы булырға тейеш. Шуға күрә Кабато образы ҡайтышыраҡ күренһә лә, бында актриса Ләйсән Лоҡманованың ғәйебе юҡ, әҫәрҙең талабы шундай. Актрисаға, бәлки, пьесаның һыҙығынан сыҡмайынса характерлы деталдәр табып, образды тағы ла баҙыҡландырырға кәрәк булғандыр. Әммә шуға ҡарамай Ләйсән Лоҡманованың образы хәтерҙә ҡала. Әҫәрҙең уңышы ике йәш йөрәктең – Сона менән Котеның – мөхәббәтенә лә ныҡ бәйле. Әгәр беҙ, тамашасы, уларҙың хис-тойғоһона ышанабыҙ, һөйөүҙәре яҙмышы өсөн тулҡынланабыҙ, борсолабыҙ икән, спектакль бар тигән һүҙ, уны халыҡ яратып ҡараясаҡ. Әгәр уларҙың мөхәббәттәренә битараф ҡалһаҡ, тамашалағы башҡа образдар нисек кенә тырышмаһын, яҡшы әҫәр килеп сыҡмаясаҡ. Ошо йәһәттән йәш артистар ҡыуандырҙы. Беренсенән, йәштәрҙе, ысынлап та, йәш актерҙарҙың уйнауы ҡыуандыра. Уларҙа бер ниндәй ҙә яһалмалыҡ, шартлылыҡ юҡ. Улар йәш, матур, дәрттәре ташып тора, бер-береһенә тартылыу көсө, мөхәббәттәре хәрәкәттәрендә ярылып ята. Актриса Алтынай Хамматова менән актер Салауат Юлдашбаев саф мөхәббәтте сәхнәлә күрһәтә алды, шуның менән тамашасының һөйөүен яуланы. Сәхнәгә яңыраҡ ҡына аяҡ баҫҡан артистарға тағы ни кәрәк? Улар әле ярҙамсы ролдәрҙә генә, образда¬рындағы драматизм да актерҙарҙың барса һәләтен күрһәтерлек көслө түгел. Үҙ халәттәрен асырлыҡ ролдәре уларҙың алда әле, киләсәктә уңыштар теләйек.
Рәмзил Сәлмәнов башҡарыуында приказчик Акоптың образы ҡыҙыҡлы. Әлбиттә, был иң алда әҫәр буйынса Акоптың Хануманы яратыуы менән бәйле. Әммә актер үҙ һәләтен дә күрһәтеүгә өлгәште. Спектаклдә ул төрлө ситуацияларҙа үҙен төрлөсә тота. Уның ҡапыл үҙгәреп китеүҙәре тормошсан да, аңлайышлы ла, хәйләләп маташыуы иһә көлкө тыуҙыра.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәева эпизодик ролдә лә үҙен күрһәтә алды. Героиняһының маҡсатына, оло йәшенә тап килгән хәрәкәттәр һәм интонациялар табып, актриса һәр ваҡыттағыса тамашасының иғтибарын йәлеп итте, хәтерендә ҡалды.
Хеҙмәтсе Тимоте ролен Шәһит Хамматов комик хәл-ваҡиғаларҙы шаштырмайынса, юмор менән башҡарып, даими рәүештә залды көлдөрҙө. Был образ – комедиянан комедия яһаған образдарҙың береһе. Эпизодик роль кеүек тойолһа ла, уның тәьҫир көсө ҙур, спектаклдең уңышы йыш ҡына ошондай кескәй ролдәргә бәйле. Актер Хамматов спектакль тарафынан уға йөкмәтелгән маҡсатҡа өлгәште, әҫәрҙең уңышына үҙ өлөшөн индерҙе, тиергә мөмкин.
Аида Күлбаеваға берҙән-бер драматик роль эләккән. Уның героиняһы еңел холоҡло ағаһы Вано арҡаһында байлығын юғалтҡан, ошо хәлдән ҡотолоу юлын эҙләй, борсола, ҡайғыра. Образының ошо кисерештәрен Аида залға түкмәй-сәсмәй еткерә алды, һәм тамашасылар уның яҙмышы өсөн да борсолоп ултырҙы, тулҡынланды. Шуныһы мөһим: был образдың драмаһы башҡа персонаждарға тәрән мәғәнә бирҙе, ябай ғына тойолған, үҙе ҡатнашмаған күп кенә эпизодтарға комизм өҫтәне. Бына шунда ла инде Аида башҡарған етди ролдең төп маҡсаты.
Беҙ йыш ҡына тамашасыны үҙебеҙҙән түбән күрәбеҙ, примитив юмор менән, спектаклдең һөлдәһенә йәбешмәгән юҡ-бар өҫтәп, шаштырып уйнап, ҡыланып, көлдөрөргә маташабыҙ. Ләкин кинонан, телевидениенан юғары кимәлдәге, юморҙы етди биреп көлдөргән спектаклдәр ҡарау бөгөнгө тамашасының мәҙәни кимәлен ныҡ күтәрҙе. Хәҙер ул примитив ҡыланып, шаштырып көлдөрөүҙе үҙ итмәй. Уға яһалма түгел, етди юмор кәрәк. Театр хеҙмәткәрҙәре шуны һәр саҡ иҫендә тоторға тейеш, минеңсә.
Ғөмүмән, комедияла драманы уйнарға, йәғни көлкө әҫәрҙе драма әҫәре кеүек етди итеп ҡуйырға кәрәк ул. Ни тиклем драматик юҫыҡта уйналһа комедия, шул тиклем көлкөлө килеп сыға, сөнки комик ситуацияла трагедия үҙе көлкө тыуҙыра. Комедияны ҡуйыуҙы анекдот һөйләү менән сағыштырырға була. Кемдер анекдотты көлә-көлә һөйләй, шул сәбәпле көлгө килмәй. Ә инде етди төҫ менән һөйләһә, анекдот һәр саҡ көлкөлө килеп сыға.
Йәштәр театры “Ханума”ла нисек тә тамашасыны көлдөрәйек тип юҡ-бар уйлап сығармай, шаштырып уйнамай. Һәр артист образының эске талабынан, маҡсатынан сығып тырыша, роленең драматизмын асыу өсөн бар көсөн бирә. Шулай итеп, тамашасыны ихлас күңелдән көлдөрә, сөнки комизм бит спектаклдең төптә ятҡан мәғәнәһенә һалынған, артистар ғәмәлдә шуны күрһәтә. Ә һис тә ситтән йәбештерелгән, шаштырыу кеүек көлкөлө, әммә яһалма эффекттар эҙләп маташмай.
Был, әлбиттә, иң алда режиссер Рөстәм Хәкимовтың театр сәнғәтенә ҡарашынан, режиссерлыҡ эстетикаһынан килә. Тамашаның иң ҡыуандырған сифаты шул булды.
Мәҡәлә аҙағында спектаклдәге күңелгә ятмаған ҡайһы бер күренештәрҙе әйтке килә. Беренсе шаршауҙа, әллә артистарҙың тулҡынланыуы сәбәпле, әллә ашығып һөйләгәнгә, әллә образдарына характерлыҡ бирергә артыҡ тырышыуы арҡаһында, текст насар ишетелде. Ә бына икенсе шаршауҙа ул етешһеҙлек һиҙелмәне.
Иң үкенеслеһе – йырҙарҙың фонограмма аша бирелеүе арҡаһында һүҙҙәре аңлашыл¬маны. Билдәле булыуынса, йырҙарҙың тексы ҙур юмор менән яҙылған, шул сәбәпле спектаклдең комизмын бермә-бер үҫтереп ебәрә. Ә бында актерҙарҙың ни хаҡында башҡарғаны яҡшылап аңлашылмағас, тамашасы йырға һоҡланмай, ҡасан уларҙың тамамланырын көтөп ултыра. Уғата көслө итеп бирелгән музыка ла көйҙөң матурлығын тойорға ҡамасаулай. Беҙ бит беләбеҙ: Милли йәштәр театры актерҙары бик матур тауышлы. Фонограмма аша түгел, үҙ тауыштары менән йырлаһа, матур спектакль тағы ла йәмлерәк, хозурыраҡ килеп сығыр ине.
Йомғаҡлап әйткәндә, театр күңелле, көлкөлө, тамашасы йөрөйәсәк спектакль ижад итте, шуның менән театр сәнғәтен һөйөүселәрҙе ҡыуандырҙы. Сығанаҡ: “Башҡортостан” гәзите, Наил Ғәйетбай

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb