Ҡумыҙ яһау оҫтаһы Сәйетбабала йәшәй

Ҡумыҙ яһау оҫтаһы Сәйетбабала йәшәй

Һуңғы йылдарҙа халыҡ ижадын, милли йолаларҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирелә. Фольклор коллективтар ҙа барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә, ҡурай, ҡумыҙға ла һорау артты. Ошоно күҙ уңында тотоп, Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Алик Степанов ҡумыҙ эшләү менән шөғөлләнә башланы. Бының өсөн кәрәкле бар материалдарҙы ла етештереп, дәртләнеп эшкә тотондо егет. Илһам ағаһы менән кәңәшләшеп, бергә эшләнеләр. Хәҙер уның йыл әйләнәһенә шөғөлләнерлек үҙ оҫтаханаһы бар. Заказдар ҙа бик күп килә. Оҫта, билдәле ҡумыҙсылар тик ул яһаған ҡумыҙҙарҙа ғына уйнай. Хатта сит илдәрҙән – Франция, Германия, Австрия, Польша, Яҡутстан, Ҡаҙағстан, Эвенкиҙан күпләп һорайҙар. Алик заказдарҙы үҙ ваҡытында үтәргә тырышып, көн-төн тимәй эшләй.
- Һәр халыҡтың үҙ моң-аһәңе, үҙенсәлекле көй яңғырашы бар, инструментты эшләгәндә быны ла иҫәпкә алырға кәрәк. Интернеттың да ярҙамы те-йеп ҡала. Сит илдәргә әҙер ҡумыҙҙарҙы почта аша конверт менән ебәрәм. Бында инде адрес-
ты дөрөҫ итеп әсәйем инглиз теле уҡытыусыһы Әлфиә Ханнан ҡыҙы яҙып бирә. Заказдарҙы алғандан һуң, яуап килә, тейешле аҡсаларын да ебәрәләр. Үҙ эшемдең емешен күреп тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә көс-дәрт, илһам алам. Ҡумыҙ эшләүҙең киләсәге өмөтлө икәненә ышаныс тыуа, - ти ҡумыҙ эшләү оҫтаһы Алик Степанов.
Тулыраҡ: http://tabin.ru/mezeniet_ezebiet/3357-umy-yaau-otay.html

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb