ҠАҺЫМ ТҮРӘ ВАРИҪТАРЫН ЙЫЙҘЫ

ҠАҺЫМ ТҮРӘ ВАРИҪТАРЫН ЙЫЙҘЫ

Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” тип аталған башҡорт халыҡ тарихи йырҙарын башҡарыусыларҙың 1-се төбәк фестивале уҙҙы. Фестиваль башланыр алдынан Айыусы мәктәбендә ошо ауылдан сыҡҡан күренекле шәхес, тарихсы, этнограф, тарих фәндәре докторы, профессор Рим Зәйниғәбитдин улы Янғужиндың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған осрашыу уҙҙы.
Ошо уңайҙан баш ҡалабыҙҙан килгән бер төркөм ҡунаҡтарҙы Стәрлетамаҡ районының мәғариф бүлеге начальнигы Ғазинур Фәрит улы Шәйәхмәтов¸ бүлектең баш белгесе Эльвира Ғүмәр ҡыҙы Иманғолова, Айыусы мәктәбе директоры Әнисә Әхмәт ҡыҙы Урманцева оҙатып йөрөнө. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Велмир Аҙнаев етәкселегендәге делегацияны Рим Янғужин исемендәге мәктәп уҡыусылары ҡаршы алды. Ғалимдар, тарихсылар, Рим Янғужиндың замандаштары, рухташтары, дуҫтары уҡыусылар алдында сығыш яһаны. Был ике ҙур сараның бер көнгә тап кил-терелеүе юҡҡа түгел. Халҡыбыҙҙың леген-дар улы Ҡаһым түрәне тыуҙырған Айыусы ауылы, тәү сиратта, үҙенең үлемһеҙ “Ашҡаҙар” йыры менән дә дан тота. Ошо урында йырҙың тарихына күҙ ташлайыҡ: 1863 йылдың көҙөндә була был хәл. Айыусы ауылы һунарсыһы Шәмсетдин Ашҡаҙар йылғаһына шәшке ауларға тип киткән еренән кире әйләнеп ҡайтмай - фажиғәле һәләк була. Ҡатыны Ҡанһолтан иренә бағышлап “Ашҡаҙар” йырын сығара. Йөҙәр йылдар аша беҙҙең көндәргә килеп еткән йыр башҡорт халҡының классик әҫәренә әүерелә. Ғәжәп бай тарихлы боронғо башҡорт ауылы тураһында легендалар, риүәйәттәр, олатай-өләсәйҙәр һөйләүе буйынса, быуындан-быуынға, телдән-телгә күсеп, беҙҙең көндәргә килеп еткән. Бына ошо тарих һүҙҙә генә ҡалмаһын өсөн, килер быуындар белһен тип, халҡым, ауылым тип, янып йөрөгән ил азаматтары бергә кәңәшләшеп, 2005 йылда “Ашҡаҙар” йырына һәйкәл, 2006 йылда Ҡаһым түрәгә стела ҡуя. Был мөҡәддәс эштәрҙең башында торған шәхестәрҙең береһе, Айыусы ауылында тыуып үҫкән Велмир Хәйбрахман улы Аҙнаевтың балалар алдындағы сығышы баһалап бөткөһөҙ. Ул уҡыусыларға мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы итеп Айыусы ауылы тураһында, уның барлыҡҡа килгән замандарҙан алып бөгөнгөһөнә тиклемге тарихын, үҙе бала саҡта ауыл аҡһаҡалдарынан ишетеп үҫкәндәрен бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. “Ошонда ултырған балалар араһында, бәлки, буласаҡ тарихсылар барҙыр, шуға күрә үҙебеҙ бала саҡта ишетеп-күреп үҫкәндәрҙе һеҙгә һөйләп үтәм”, - тине Велмир Хәйбрахман улы.
Стәрлетамаҡ районындағы биш башҡорт ауылы: Айыусы, Мырҙаш, Мәҡсүт, Күсәрбай, Ҡунаҡбай Юрматы ырыуына ҡарай, тине ул. Бынан 462 йыл элек Рәсәй дәүләтенә ҡушылыу өсөн Юрматы ырыуынан дүрт кешенең Аҡ батшаға барыуы, шуларҙың береһенә – Тәтегәскә бей (йәғни кенәз) дәрәжәһе бирелеүе, бына шул Тәтегәс бейҙән Аҙнаевтар таралыуы тураһында ла әйтеп үтте. Стәрлетамаҡ районында ете йыл колхоз рәйесе, артабан оҙаҡ йылдар “Башҡортостан икмәк аҙыҡтары” йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләгән, ғүмере буйы юғары вазифалар биләп халҡына тоғро хеҙмәт иткән ил ағаһының, әлбиттә, уҡыусыларға, ауылдаштарына әйтер һүҙе күп ине. Тик регламент менән билдәләнгән ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тыуған яҡ тарихын һөйләп бөтөп буламы һуң инде?!. Кескәй йөрәктәргә орлоҡ сәсерҙәй, милли ғорурлыҡ уятырҙай берәгәйле сығыш булды был. Шәжәрә байрамын да беҙ иң тәүгеләрҙән булып үткәрҙек, тине Велмир Хәйбрахман улы ғорурлыҡ менән. Тап ошо йыйында Мырҙаш ауылынан сыҡҡан күренекле яҙыусы, “Ҡараһаҡал” тарихи романының авторы Булат Рафиҡов Ҡаһым түрәгә һәйкәл ҡуйырға кәрәк ине тигән идеяһын әйтә. Велмир Аҙнаев, ошо идеяны хуплап, инициативаны үҙ ҡулына алып, һәйкәл ҡуйыу эшенең башында торған шәхес. Бына шулай, Айыусы ауылында бер түгел ике һәйкәлташ ҡалҡып сыға. Киләсәктә ошо стела алдында Ҡаһым түрәнең һәйкәле лә булыр, тине ул. Шул мәлдә, ҡарттар һөйләп ҡалдырған легендаларҙан белеүебеҙсә, Күксәй менән Турысай ғына йөрөтә алырҙай бәһлеүән, ишеккә һыймаҫ баһадир кәүҙәле, көслө ихтыярлы, аҡыллы шәхес - Ҡаһым түрәнең мөһабәт һыны күҙ алдына килеп баҫты...
Велмир Хәйбрахман улы тыуған мәктәбенә иҫтәлеккә ошо һәйкәлдәрҙе ҡуйыуҙы юллаған документтарҙы (юғары власть органдары раҫлаған ҡултамғалары менән бергә) тапшырҙы һәм “Башкиры” китабын (яуаплы редакторҙары Р.Ғ. Кузеев, Е.С. Данилко) бүләк итте. Рим Янғужиндың улы философия фәндәре докторы, профессор Айбулат Янғужин уҡыусыларҙы туған телде, тарихты белергә саҡырҙы һәм ул да иҫтәлеккә үҙе яҙған китаптарҙы бүләк итте.
Рим Янғужиндың дуҫы, ҡорҙашы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың Ҡаһым түрәгә бағышлап яҙған өр-яңы шиғырын тулҡынланмай ғына тыңлау мөмкин түгел. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә ул да үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Халҡыбыҙға күренекле шәхестәр биргән ошо ауылдың мәшһүр улдарының тағы ла береһе - Даминдар Хәйбуллин Айыусы ауылында мәктәп һалдырған. Осрашыуға уның улы Салауат Хәйбуллин да килгәйне. Күренекле ғалимдар, тарих фәндәре докторҙары, Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары Булат Әхмәр улы Аҙнабаев, Рәшит Бәҙретдин улы Шәйхисламов, Башҡортостан Фәндәр академияһы Гуманитар институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Закирйән Ғәлимйән улы Әминев үҙенең остазы Рим Зәйниғәбитдин улы хаҡында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Тарих – ул ҙур көскә эйә, тине ғалим. - Тарихын белгән кеше үҙен, үҙенең халҡын яҡлай ала. Рим Янғужиндың теләктәштәре, коллегалары Радмир Рәшит улы Ғәзизов, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында тарих бүлеге етәксеһе Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев, Азамат Сөләймән улы Аҡъюлов ғалим тураһында хәтирәләрен иҫкә төшөрҙө. Улар Рим Зәйниғәбитдин улының бик итәғәтле, тәрән аҡыллы, иҫ киткес белемле, Ә.З.Әсфәндиәров менән бер рәттән тарихты тәрән өйрәнгән ғалим, шул уҡ ваҡытта, бик йомшаҡ, нескә күңелле булыуы, сәскәләр яратыуы тураһында һөйләне.
Саҡырылған ҡунаҡтар, Ҡаһым түрә стелаһына һәм “Ашҡаҙар” йыры һәйкәленә сәскәләр һалғандан һуң, Рим Янғужиндың ҡәберенә зыярат ҡылды. Артабан ҡунаҡтар, ауыл мәҙәниәт йортонда “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” төбәк фестиваленә йыйылған халыҡ менән осрашып, изге теләктәрен еткерҙе. Фестивалдә Башҡортостандың 15 ҡалаһы һәм районынан 66 йырсы һәм ижади коллектив ҡатнашты. Конкурс программаһы өс категорияла уҙғарылды: вокал, башҡорт халыҡ-тарихи йырҙарын башҡарыу, яңғыҙ ҡурайсылар сығышы. Еңеүселәр башҡорт халыҡ тарихи йыры, солист-ҡурайсы, ҡурайсылар ансамбле һәм биҙәү-ҡулланма ижад номинацияларында билдәләнде.
Әйтергә кәрәк, “тәүге ҡоймаҡ” уңышлы ғына килеп сыҡты тиергә була. Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың төрлө тарафтарынан алыҫ араны яҡын итеп килеп еткәндәр. Мишкә районы алып килгән биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары күргәҙмәһе күҙҙең яуын алып торҙо. Стәрлетамаҡта йәшәүсе Айыусы ауылы ҡыҙы Гөлсөм Иралина ла саранан ситтә ҡалмаған, ул да күргәҙмәгә ҡул эштәрен алып килгәйне. Борондан халҡыбыҙҙың табын йәме булған бал балы ла бар ине (Айыусы килене Зәлиә Иралина ҡойған). Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина рәйеслегендәге баһалама комиссияһы, ваҡыт ҡыҫыңҡы булыуға ҡарамаҫтан, бер ҡатнашыусыны ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы, һәр сығыш яһаусы төрлө дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде. I дәрәжә лауреаттары тип Баймаҡ ҡалаһынан Азамат Ғөбәйҙуллин, Ишембайҙан “Моңдаръя” башҡорт вокал ансамбле, Стәрлетамаҡтан Фуат Юнысбаев, Фәнил Кинйәғолов, Благовар районынан Илмир Ҡоҙабаев, Сибайҙан Әнүәр Буранғолов, Ейәнсурнан “Ете таж” ҡурайсылар ансамбле, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡурайсылар ансамбле, Мишкә районынан Рим Ғәлимов (биҙәү-ҡулланма сәнғәте) танылды. Гран-при Ишембай районынан Сулпан Мифтаховаға тапшырылды. Нисек кенә булмаһын, конкурста еңелеүселәр булмай, һәр кем үҙенсә еңеүсе. Һәр хәлдә, иң ғәҙел баһаны халыҡ бирә.
Халыҡ тигәндән, йырсылар, ҡурай-сылар, ҡул эштәре оҫталарын йыйған ошо үҙенсәлекле матур саранан Айыусы халҡының ситтә ҡалыуы бер аҙ кәйефте ҡырҙы. Йәшерен-батырыны юҡ, залда буш урындар күп ине. Фестивалдә, Шәкирә апай Байғотлина менән Фәриҙә Буранғолованың сығышын иҫәпкә алмағанда, “Юрматы” ансамбле лә ҡатнашманы. Һәр эшкә дәррәү тотоноусан Айыусы халҡына хас күренеш түгел был. Быуындан-быуынға тапшырыла килгән тарихи ҡомартҡыларыбыҙға вайымһыҙ ҡарап, ата-бабалар рухын рәнйетеп ҡуймаһаҡ ине, тигән шик-шөбһәләр күңелгә шом һала...
Ә “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” фестивале проектының авторы – Айыусы мәҙәниәт йорто директоры Илмир Туйгилдинға афарин, тиергә генә ҡала. Фестиваль дауамлы булһын, алдағы конкурстарҙа ул тағы ла сағыуыраҡ, байыраҡ булыр, халыҡ араһында онотолоп барған боронғо йырҙарҙы ишетербеҙ, ә залда шығырым тулы халыҡ булыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Ер йөҙөндә иң бөйөк заттар бәйғәмбәрҙәрҙән ҡала әүлиәләр менән ғалимдар, тиелә Ҡөръәндә. Шундай ҙур шәхестәр үҫтергән Айыусы ауылын хәҙер ошо шәхестәр үҙҙәре күтәрә. Аҫыл ил улдарын биргән төйәктә тарихи йырҙар фестивалдәре, йыйындар һис ҡасан да тынмаһын! Сығанаҡ: “Ашҡаҙар” гәзите, Роза ҠОБАҒОШОВА.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb