ӘКИӘТ БИТ УЛ ТИМӘГЕҘ...

ӘКИӘТ БИТ УЛ ТИМӘГЕҘ...

Сағыу декорация, иҫ киткес матур костюмдар, хис-тойғоларҙы ҡуйыртып ебәрерҙәй көй-моң... А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһенә сығарылған «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосы беҙҙе әкиәт донъяһына илтте. Әммә уны әкиәт тип әйтә күрмәгеҙ! Эйе, әҫәрҙең төп персонажы булған һыуһылыуҙар юҡ, ләкин унда күтәрелгән проблемалар бөгөн дә бик актуаль.

Билдәле булыуынса, «Заятүләк менән Һыуһылыу» XIX быуат башында В.И.Даль тарафынан яҙып алына һәм ул  «Башкирская русалка» исеме аҫтында «Москвитянин» журналында (1848, №1) баҫылып сыға. Эпостың варианттарын Л.В.Суходольский (1858 йыл, «Башкирская легенда о Туляке»), Р.Г.Игнатьев (1875, «Сказка о сыне Абдрахмана Хары Сахипе»), С.F.Сол-танов (1902, «Заятүләк менән Һыу-һылыу»), М.Fафури (1910, «Заятүләк менән Һыуһылыу») һәм башҡалар баҫтыра. Уның «Заятүләк», «Түләк», «Балҡантау» исемлеләре лә бар.

Бынан 18 йыл элек эпосты драматург Сәрүәр Сурина сәхнә әҫәре итеп үҙгәртә. Иң тәүгеләрҙән булып пьесаны Fафури районының халыҡ театры тамашасылар хөкөмөнә сығара. Унан Стәрлетамаҡ театры, 1999 йылда М.Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәләштерә. Әле килеп уны А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ҡуйҙы. Режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты Мөслим Күлбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Илшат Яхин, рәссам Зилиә Нурғәлиева, хореограф, Башҡортостандың халыҡ артисы Сулпан Асҡарова һәм Сибай артистарының дөйөм тырышлығынан, оҫталығынан сағыу тамаша хасил булған. Ул ололар өсөн дә, кескәйҙәр өсөн дә берҙәй ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс.

Спектаклдә күтәрелгән тыуған ер, туғанлыҡ, мөхәббәт темалары көнүҙәк булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Заятүләктең ағайҙары байлыҡ өсөн бер-береһен үлтерергә лә әҙер булғанда, егет ғәзиз ере—Балҡантауы, Асылыкүле өсөн йәнен бирергә риза. Төп образдың (ролде Морат Амантаев башҡара) әйткәндәре аша беҙ тыуған ерҙән дә ҡәҙерлерәк төшөнсә булмауын аңлайбыҙ. Уны һаҡлау, яҡлау—беҙҙең бурыс.

Эпоста яуға киткән Заятүләген һағынып һағыштан Һыуһылыу үлһә, яңғыҙ йәшәүҙән мәғәнә тапмаған егет үҙ-үҙенә ҡул һала. Ә сәхнә әҫәрендә ҡыҙ (төп ролдә—йәш актриса Регина Ишбулатова) илаһи көс тәьҫире менән терелтелә, егет тә ҡотҡарыла. Был үҙгәреш эпосты сәхнәгә ҡуйыусыларҙың дөрөҫ аҙымы тип әйтергә була. Йәш быуынды илһөйәр, дуҫ-татыу итеп тәрбиәләргә тырышҡанда суицид кеүек хәүефтәрҙән ҡурсалау ҙа бик мөһим.

Fөмүмән, йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү күпкә яҡшы. Спектакль айырыуса йәштәр өсөн фәһемле. Беренсенән, үткәндәребеҙгә, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына, бөйөк эпостарыбыҙға һөйөү уята. Икенсенән, әҫәрҙең темалары, алдан әйтеүебеҙсә, бөгөнгө көндә лә бик актуаль. Йәнә шуныһы маҡтауға лайыҡ: Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында тәбиғәткә булған һөйөүҙе тасуирлаған әҫәрҙең сәхнәгә сығарылыуы үҙе бер мәртәбә.

Сығанаҡ: http://ataysal.ru/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb