12 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Т. Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы тыуған көнөн күркәм концерт менән билдәләне. Кисә программаһы "Маэстроға бүләк" тип аталды һәм Таһир Сәйфуллиндың – 90, Салауат Низаметдиновтың 65 йыллығына арналды. Музыкаль кисә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Кесе залында үтте.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, капеллаға нигеҙ һалыусы Таһир Сәйфуллин - 1969 йылдан 2007 йылдың июленә тиклем коллектив менән емешле эш алып бара. Уның етәкселегендә капелла В.А. Моцарттың «Реквием», Г. Свиридовтың «Патетик оратория», С. Рахманиновтың «Ҡыңғырауҙар», С. Танеевтың «Иоанн Дамаскин» әҫәрҙәрен, И.С. Бах һәм Ф. Шуберттың әҫәрҙәрен, шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын З. Рәхимовтың эшкәртеүен башҡара.
Танылған башҡорт композиторы Салауат Низаметдинов менән хор капеллаһын ижади дуҫлыҡ бәйләгән. Маэстроның күп кенә әҫәрҙәре уның өсөн махсус яҙылған. Үҙенең тыуған көнөндә капелла Салауат Низаметдиновтың әҫәрҙәрен башҡарҙы.
«Таһир Сәйфуллин һәм Салауат Низаметдинов ғүмерҙәрен башҡорт профессиональ музыка сәнғәтен, шул иҫәптән хор сәнғәтен үҫтереүгә арнаны. Был концерт беҙҙең өсөн айырыуса тулҡынландырғыс, сөнки уларҙың рухы алдында ҙур яуаплылыҡ тоябыҙ», - тине Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Алһыу Хәсбиуллина.
Был кис залда коллективтың тәүге ҡатнашыусыларының береһе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Мусина ла булды. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы - Октябрьский ҡалаһының «Аяҙ» халыҡ-фольклор ансамбле менән етәкселек итә.
«Таһир Сергеевич етәкселегендә эшләү бәхете тейҙе. Ул саҡта мин сәнғәт училищеһында уҡығайным. Беренсе концертты 1970 йылдың 12 апрелендә Шаляпин залында бирҙек. Таһир Сергеевичтың үҙенсәлекле дирижерлыҡ стиле алдынғы Рәсәй хормейстерҙары һәм тәнҡитселәрендә ҙур һоҡланыу тыуҙырҙы. Беҙҙең маэстронан өйәрәнгәндең барыһын да үҙ эшемдә ҡулланам», - тине Ғәлиә Закир ҡыҙы.
Башҡортостан Республикаһының Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы данлы тарихҡа эйә: башҡорт капеллаһы Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең дә алдынғы хор коллективтарының береһе тип танылған - хор коллективы илдең йөҙҙән ашыу ҡалаһында сығыш яһаған.