Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк

Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк

24-25 июндә Өфөлә «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙа.

24 июндә фестиваль «Башҡортостанда тыуғандар» программаһы менән асыла. Унда төрлө йылдарҙа «Голос» шоуында республикабыҙ исеменән сығыш яһаған башҡарыусылар ҡатнаша. Шулай уҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының БР-ҙың халыҡ артисы Олег Касимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры сығыш яһай. Беренсе көндөң төп ҡунаҡтары - «XXI быуат тенорҙары» арт-проекты һәм «Пицца» төркөмө.

25 июндә форумды «Симфоник төн» дауам итә. Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры донъя классикаһы өлгөләрен тәҡдим итә. Дирижер - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.

«Евразия йөрәге - 2022» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең гала-концерты 26 июндә була һәм Йәштәр көнөнә арнала. Сәхнәгә республикабыҙҙың йәш артистары сығасаҡ. Улар араһында бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гөлнара Байғужина, Эдуард Хөснөтдинов, Nail Bashstyle һәм башҡалар бар. Шулай уҡ Башҡортостандан – «Бишбармаҡ» этно-проекты һәм «Дәрүишхан» рок-төркөмө, Бүрәт Республикаһынан – «Намгар» этно-төркөмө һәм Ҡаҙағстандан «HasSak» этно-фольк-төркөмөнөң сығыштарын күрергә мөмкин.

Гала-концерттың төп ҡунаҡтары – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Трофимов (Трофим) һәм Дима Билан. Йола буйынса фестиваль байрам фейерверкы менән тамамлана.

Асыҡ һауала уҙғарылған был форум Рәсәйҙең иң яҡшы 10 фестивале иҫәбенә инә. Тәүге тапҡыр «Евразия йөрәге» фестивале 2016 йылда Өфөлә үтте. Унда республикабыҙҙан ғына түгел, бөтә Рәсәйҙән, шулай уҡ башҡа илдәрҙән дә музыкаль мәҙәниәттәрҙең күп төрлөлөгө күрһәтелде. Форум уҙғарылған йылдарҙа тамашасылар һаны 500 меңдән артты. Бөтә донъя буйынса 2 миллиондан ашыу кеше фестивалдең ваҡиғалары менән онлайн режимда таныша алды. Фестивалдең үҙ рекорды – концертҡа бер үк ваҡытта 78 мең кешенең килеүе. «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале – Рәсәйҙә төрлө жанрҙарҙы, стилдәрҙе һәм йүнәлештәрҙе берләштергән берҙән-бер музыка фестивале. Проекттың күп яҡлы булыуы уның төп үҙенсәлегенә әүерелде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb