История музыки

Башҡортостандың бай халыҡ ижадына таянған профессиональ музыка сәнғәте ХХ быуаттың беренсе яртыһында формалаша. Октябрь революцияһына тиклем башҡорттарҙа башлыса ауыҙ-тел музыка-шиғриәт ижады ғына үҫешкән була. Йыраусылар, ҡурайсылар, сәсәндәр кеүек үҙенсәлекле жанрҙар үҫешә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы, хәрби ҡәлғәләр һәм ҡалаларға нигеҙ һалыу, үҙәк Рәсәйҙән халыҡтарҙың күпләп күсенеп килеүе музыка ижадында яңы формалар барлыҡҡа килеүгә нигеҙ булып тора. 

Башҡорт инструменталь мәҙәниәте – тамырҙары менән бик боронға барып тоташҡан мираҫ. Уны өйрәнеү сағыштырмаса күптән түгел башлана. Тәүге материалдар уҡ борон-борондан бик күп мәҙәниәттәр менән сиктәш булыуға ҡарамаҫтан, Волга буйы һәм Урал этник төркөмдәре араһында юғалып ҡалмаған, “башҡорт” этник төркөмөн һаҡлап ҡала алған халыҡ тураһында һүҙ барыуын күрһәтә. Бөтә музыка ҡоралдарынан башҡорттар моңло, халыҡтың эстетик талаптарына яуап биргәнен һайлап алған. Күрәһең, шуға күрәлер ҙә күп быуатлыҡ тарихҡа эйә булған ҡурай, һуңыраҡ думбыра һәм ҡыл-ҡумыҙҙы алмаштырған мандолина һәм скрипка, гармундың төрлө төрҙәре киң таралыу алған. Ҡыҫҡаһы, риүәйәттәр беҙҙең көндәргә 44 музыка ҡоралын килтереп еткергән.

Башҡорт профессиональ музыка мәҙәниәте үҫеше тарихында өс стадияны бүлергә мөмкин: беренсеһе – 20-се – 50-се йылдар башы – “профессиональ музыкаға тиклемгеһе”; икенсеһе – 50-се йылдар башы – 70-се йылдар уртаһы – “профессиональ”; өсөнсөһө — 70-се йылдар уртаһынан, стиль һынылышы осоронан, беҙҙең көндәргә тиклем – “яңы музыка” стадияһы.

Юғары профессиональ музыка белеменә нигеҙ һалыусы тарихи ваҡиға булып 1932 йылда Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендә Башҡортостан студияһын төҙөү тора. 40-сы – 50-се йылдар башында уны тамамлаусылар башҡорт профессиональ композиторҙарының беренсе быуынын тәшкил итә.

1938 йылда Башҡорт филармонияһын һәм Башҡорт опера һәм балет театрын асыу милли мәҙәниәттә “яңы эра” башланыуына нигеҙ һалды һәм республикалағы бөтә артабанғы театр-концерт тормошон билдәләне. Милли репетуар булдырыу өсөн 30-сы йылдарҙа Башҡортостанға бер төркөм Рәсәй композиторҙары килә, улар халыҡ әкиәттәренә, легендаларға, эпик риүәйәттәргә, фольклор музыка тематизмына таянып, опера һәм балет жанрындағы әҫәрҙәр яҙа.

1920 йылда музыка мәктәбен (1971 йылдан – Н. Сабитов исемендәге Беренсе балалар музыка мәктәбе), ә 1921 йылдан музыка училищеһын (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы) асыу профессиональ музыка белеменә нигеҙ һалды. 40-сы йылдарҙа симфоник музыканың жанр өлкәһе киңәйә: Х. Заимов, Х. Әхмәтов, Р. Мортазин, М. Вәлиев ижадында симфоник миниатюралар менән бер рәттән оркестр сюиталары, увертюралар барлыҡҡа килә. Һуғыштан алдағы йылдарҙа музыка мәҙәниәтен әүҙем үҫтереү һөҙөмтәһе булып 1940 йылдарҙа башҡорт Композиторҙар союзы ойоштороу тора, уның беренсе рәйесе М. Вәлиев булды.

40-50-се йылдар рубежы икенсе стадияға – йәш музыканттар, Мәскәү консерваторияһын тамамлаусы Х. Әхмәтов, З. Исмәғилев, Р. Мортазин, Н. Сабитов, Х.Заимов һәм башҡаларҙың эшмәкәрлеге башланыу менән бәйле, профессиональ композиторҙар ижадына күсеү осоро булараҡ билдәләнә. Башҡортостандың музыка мәҙәниәтенең артабанғы үҫешендә 1961 йылда ойошторолған Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтының Өфө филиалы базаһында Өфө дәүләт сәнғәт институтын (1968) асыу һәм БАССР Мәҙәниәт министрлығының Башҡорт дәүләт хор капеллаһын булдырыу мөһим роль уйнаны.

80-90-сы йылдарҙа республиканың концерт тормошонда йыл һайын Башҡортостан Композиторҙар союзы тарафынан үткәрелгән боронғо һәм хәҙерге заман камера, хор һәм симфоник музыка фестивалдәре, пленумдар, съездар концерттары, “Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы” фестивале, Опера һәм балет театрының симфоник концерттары сиктән тыш мөһим ваҡиғалар була. Классик милли балет ойоштороу Н. Сабитовтың исеме менән айырылғыһыҙ бәйле.

Эстрада музыкаһы жанры үҫешенең яңы этабы электрон-акустик эффекттар менән байытылған хәҙерге интонациялар, ритмика һәм тембрҙарҙы үҙләштереү менән бәйле. 60-сы йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада коллективтары етәкселәре Б. Ғайсин, Н. Ғәлиев һәм башҡалар, шулай уҡ композиторҙар Р.М. Хәсәнов, Р.Х. Ғәзизов, А.Т. Кәримов яңы стилгә нигеҙ һалыусылар булды.

Икенсе-өсөнсө мең йыллыҡтар сиге республиканың мәҙәни-музыкаль тормошоноң әүҙемләшеүе менән билдәләнә. Милли башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестры, Симфоджаз-оркестр, “Оскар-квартет” кеүек яңы художество коллективтары барлыҡҡа килә, яңы концерт залдары асыла.

Башҡортостан композиторҙары һәм музыканттарының халыҡ-ара конкурстарҙа уңышлы сығышы республиканың музыка мәҙәниәтенең үҫешен раҫлай

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb