Силәбе өлкәһендә "Башккорд" балалар рок-төркөмө барлыҡҡа килде

Силәбе өлкәһендә "Башккорд" балалар рок-төркөмө барлыҡҡа килде

Ике ай элек Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ҡарамағындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә гитарала уйнау курсы асыла. Курс етәксеһе билдәле музыкант Ришат Рәхимов тәүге көндәрҙән уҡ балалар рок-төркөмөн булдырырға теләүен белдерә. Был ниәтте үҙәк белгестәре күтәреп ала. Силәбе мәктәп уҡыусыларынан торған «Башккорд» төркөмө шулай барлыҡҡа килә.

Төркөм дүрт ҡатнашыусынан тора:  Алтынай Нишанова (V класс) - вокал, Ләйсән Мөхәмәтйәнова (VI класс) — ритм-гитара, Асель Мөхәмәтйәнова (V класс) — бас-гитара, Карина Бигелдина (IX класс) — соло-гитара. Ришат Рим улы ай ярым дауамында һәр береһе менән аҙнаһына ике тапҡыр айырым шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә улар британияның Blur төркөмө репертуарынан тәүге йыр өҫтөндә эшләй башлаған. Киң билдәле "Song 2" йыры тиҙҙән «Башккорд» башҡарыуында башҡорт телендә яңғыраясаҡ.

“Алтынай, Асель һәм Ләйсан быға тиклем бер тапҡыр ҙа гитарала уйнамаған, Карина үҙ аллы өйрәнгән. Береһе лә музыка мәктәбендә уҡымаған. Әле беҙ гитара уйнау алымдары менән танышабыҙ, аккордтар төҙөү, бармаҡтар ҡуйыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Барыһы ла һәйбәт барһа, июнь башында йырҙы яҙҙырабыҙ, шул уҡ ай аҙағында клип төшөрәбеҙ», — ти Ришат Рәхимов.

Төркөмдә барабансы юҡ. Яҡын арала Алтынай вокал һәм ритм-гитараны бер юлы алып барыр, ә һуҡма инструмент артында Ләйсән урын алыр тип ниәтләйҙәр.

«Башккорд» Ришат Рәхимов булдырған тәүге балалар рок-төркөмө түгел. Ҡасандыр ул төрлө төбәк һәм төбәк-ара вокаль-инструменталь конкур лауреаттары – «Abnormals» һәм «Гараж һатам» төркөмө егеттәре өсөн сәхнәгә юл асҡан. «48-се код» төркөмө иһә «Ҡош юлы» бард-фестиваленән һуң Башҡортостан йәштәре араһында билдәлелек яулай.

«Ришат Римовичтың балалар менән эшләү тәжрибәһе ҙур, улар менән уртаҡ тел таба белә. Ҡыҙҙар һәр дәресте көтөп ала, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән шөғөлләнә. Төркөмдөң атамаһын ҡатнашыусылар үҙҙәре уйлап тапҡан — «Башҡорт аккорды» һүҙҙәре ҡушылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән», — ти Силәбе өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Рушания Нишанова.

Төркөм киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйған. Ришат Рәхимовтың әйтеүенсә, «Башккорд» нигеҙҙә автор репертуары менән сығыш яһаясаҡ. Улар өсөн «Ҡатай» йыры яҙыла ла инде, ул августа Ҡоншаҡ районы Ҡатай ырыуы йәштәре съезының гимны булып яңғырар тип көтөлә. Шул уҡ айҙа Озерск ҡалаһындағы "Заман" этно-фестиваленә барырға ниәтләйҙәр. Көҙгөһөн төркөм башҡорт йырҙарын башҡарыусылар араһындағы төбәк конкурсында ҡатнашырға уйлай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb