Адыгей Республикаһының "Нальмэс" бейеү ансамбле – Башҡортостанда гастролдә

Адыгей Республикаһының "Нальмэс" бейеү ансамбле – Башҡортостанда гастролдә

"Нальмэс" ансамбле Өфөлә 23 майҙа гастроль турын асты һәм сығыштарын Башҡортостан ҡалаларында дауам итә. 85 йыллыҡ нсамбль коллективы республика тамашасылары өсөн үҙенсәлекле бүләк – балетмейстер Риф Ғәбитов ҡуйған "Тархандар" бейеүен әҙерләгән.

"Адый Республикаһының "Нальмэс" һәм Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамблдәре үҙ-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә бейеүҙәр менән алмашты. Һөҙөмтәлә беҙҙең репертуарҙа "Нальмэс" ансамбленең художество етәксеһе Аслан Хаджаевтың адыгей бейеүе барлыҡҡа килде, ә "Нальмэс" үҙенең репертуарына "Тархандар" башҡорт бейеүен индерҙе. Әйтергә кәрәк, Майкоп ансамбленең Уставына ярашлы, улар адыгей бейеүҙәрен генә башҡарырға тейеш. Тимәк, башҡорт бейеүе – ансамбль таихында ҙур яңылыҡ", – ти Риф Ғәбитов.

Концерттар Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта уҙҙы, артабан Ишембайҙа (25 май, С. Киров исемендәге мәҙәниәт йорто), йәнә бер тапҡыр Өфөлә (26 май, Ҡала мәҙәниәт һарайы), Бөрөлә (27 май, Ҡала мәҙәниәт һарайы) һәм Салауатта (28 май, “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге) дауам итәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb