Владимир Путин указы менән Асҡар Абдразаҡов "Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы" исеменә лайыҡ булды. Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаковҡа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм ил президенты эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн абруйлы исем бирелде.