Ағиҙел ҡалаһында "Ағиҙел тулҡындары" республика милли мәҙәниәттәр байрамы гөрләп үтте

Ағиҙел ҡалаһында "Ағиҙел тулҡындары" республика милли мәҙәниәттәр байрамы гөрләп үтте

Кисә Ағиҙел ҡалаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналған "Ағиҙел тулҡындары" республика милли мәҙәниәттәр байрамы уҙҙы. Быйыл унда Асҡын, Кушнаренко, Мишкә, Илеш, Краснокама райондары, Салауат, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты. Сара сиктәрендә коллективтар милли кейемдәрҙә ҡала буйлап  үтте, һуңынан байрамды асыу тантанаһы һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙың концерты уҙҙы.

 Республика фестивален тантаналы рәүештә Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов асты. Ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова исеменән абруйлы ҡунаҡ, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина сәләмләне һәм сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.

Шул уҡ ваҡытта яр буйында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары "Ағиҙел сувениры – 2021" биҙәү-ҡулланма әйберҙәре күргәҙмәһен ҡарай алды. Шулай уҡ уйындар, викториналар, кейеҙ баҫыу һәм ҡурсаҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Байрам сағыу утлы тамаша, салют һәм "Арғымаҡ" этно-рок төркөмөнөң сығышы менән тамамланды.

 "Ағиҙел тулҡындары" милли мәҙәниәттәр байрамының ойоштороусылары – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәте.

Ағиҙел ҡалаһында "Ағиҙел тулҡындары" республика милли мәҙәниәттәр байрамы гөрләп үтте
Ағиҙел ҡалаһында "Ағиҙел тулҡындары" республика милли мәҙәниәттәр байрамы гөрләп үтте
Ағиҙел ҡалаһында "Ағиҙел тулҡындары" республика милли мәҙәниәттәр байрамы гөрләп үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb