Башдрамтеатрҙа "Йәш ғаилә фатир эҙләй" спектакленең премьераһы уҙҙы

Башдрамтеатрҙа "Йәш ғаилә фатир эҙләй" спектакленең премьераһы уҙҙы

27 март, Халыҡ-ара театр көнөндә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Йәш ғаилә фатир эҙләй» (М. Рощин) спектакленең премьераһы уҙҙы.

... Әле генә туйҙары булған йәштәр үҙҙәренең мөйөшһөҙ икәнлеген аңлай. Ваҡыт уҙыу менән йәшәү шарттары яҡшырмай, киреһенсә, ир менән ҡатындың мөнәсәбәттәренә кире йоғонто яһай башлай. Күрше бүлмәлә ғаилә башлығының ата-әсәһе йәшәй, һәм улар утҡа утын өҫтәп кенә тора. Йәштәрҙең дуҫтары ла ситтә ҡалмай: мөхәббәт мәңгелек түгел, була ла бөтә, тип тылҡыйҙар. Йәш ғаилә ошондай хәлдән сығыу юлын табырмы, һөйөүҙәрен һаҡлап алып ҡалырмы? Был һорауға яуапты спектаклде ҡарағандан һуң белергә мөмкин.

Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, спектаклдең режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев жанрҙы “мөхәббәт тарихы” тип билдәләгән.

— Михаил Рощин пьесаны 1975 йылда яҙған. Унда һүрәтләнгән йәш ғаилә һәр ваҡыт ниндәйҙер мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә: торлаҡ, эш эҙләй, үҙ-ара  мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға тырыша. Тема бөгөн дә көнүҙәк. Шул уҡ ваҡытта яҡты тойғолар, бер-береңә ышаныу, сабырлыҡ, тоғролоҡ тураһында ла һөйләргә тырыштыҡ. Драматургтың был пьесаһы театрҙарҙа һирәк уйналған, шуға күрә уны ҡуйыуы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ булды, — тип аңлата режиссер тап ошо әҫәргә мөрәжәғәт итеүенең сәбәбен.

Ролдәрҙе башҡарҙылар: Азат Вәлитов, Руслан Ғәлимов, Лилиә Ғәлина, Илдар Ғүмәров, Әлфирә Зәһиҙуллина, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Ҡунаҡбаев, Гүзәл Маликова, Милена Сираева, Хөрмәтулла Үтәшев, Руслан Хайсаров, Светлана Хәкимова, Зилиә Хәлилова, Эльвира Юнысова.

Режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссамы – Альберт Нестеров, хореографы – Ольга Даукаева, композиторы – Магуля Мезинова, башҡорт теленә тәржемә авторы – Айгиз Баймөхәмәтов.

Фото: Роман Шумнов.

Башдрамтеатрҙа "Йәш ғаилә фатир эҙләй" спектакленең премьераһы уҙҙы
Башдрамтеатрҙа "Йәш ғаилә фатир эҙләй" спектакленең премьераһы уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb