Башдрамтеатрҙың Ҡазан гастролдәре тамамланды

Башдрамтеатрҙың Ҡазан гастролдәре тамамланды

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының һәр яҙ Ҡазанда үтә торған ҙур гастролдәре уңышлы тамамланды. Алты көн эсендә ете спектакль, шуларҙың дүртәүһе премьера, бер пластик спектакль, музыкаль тамашалар күрһәтелде. Былар барыһы ла Татарстан халҡына хуш килде.

Гастролдәрҙе асыу тантанаһында Татарстан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары беҙҙең артистарға почет наградаларын биреп уҙғайны.

"Зөләйха күҙҙәрен аса" спектакленән һуң Татарстан Республикаһының "Мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары өсөн" почет знагы менән Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров бүләкләнде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb