Башҡорт дәүләт драма театры Ҡазанға гастролгә юлланды

Башҡорт дәүләт драма театры Ҡазанға гастролгә юлланды

Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театы артистары Татарстанға юл тота. 13-17 апрелдә Ҡазанда йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн беҙҙең театр иң шәп спектаклдәр шәлкемен күрһәтәсәк.

Ике туғандаш республика араһындағы дуҫлыҡ күперен нығытыусы матур йола - М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Ғ.Камал исемендәге Татар академия драма театры бәйләнеше. Йыл да ике театр алмаш гастролдәр менән тамашасыларҙы ҡыуандыра. 

6 көндә 7 спектакль, шуларҙың дүртеһе - премьера. Гастролдәр репертуарында ҙур формалы драма спектаклдәре, театрлаштырылған тамаша, пластик һәм музыкаль тамашалар йыйылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb