Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 300 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 300 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант санитар-эпидемиологик тәртипте иҫәпкә алып, онлайн һәм офлайн форматта үтте. Сараны Башҡортостан юлдаш телеканалы тура эфирҙа күрһәтте. Ойоштороусылар билдәләүенсә, махсус порталда диктант яҙырға теләп 100 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Үткән йылдағыса ҡатнашыусыларҙың дәйөм һаны 300 меңдән ашҡан тип фаразларға мөмкин, сөнки яҙма эшкә Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән дә ҡушылдылар. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева диктантты диалект телендә яҙҙы.

Башҡортостан юлдаш телеканалы студияһы бер нисә сәғәткә онлайн мәктәп кабинетына әүерелде. Яҙма эш сәғәт ун берҙә башланды. Халыҡ-ара диктант өс кимәлдә ойошторолдо. Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр, телдә иркен аралашыусылар һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн. Телде башлап өйрәнеүселәр өсөн тексты «Бүреләр» төркөмө солисы Илшат Абдуллин, ә туған телебеҙҙә иркен аралашыусылар өсөн Эльвира Айытҡолова уҡыны.

Халыҡ-ара кимәлдәге диктантты яҙырға мәктәп уҡыусылары ла, республика хөкүмәте ағзалары ла берҙәй ҡушылды. Иртәнге шәмбе өмәһенән һуң улар ҡәләм алып яҙма эшкә тотондо. Башҡорт дәүләт университеты, предприятиелар, милли музейҙағы майҙандарҙа ла телде камил белеүселәр йыйылды.

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр быйыл икенсегә диктант яҙа. Улар өсөн тексты «Без башҡортлар» хәрәкәте ағзаһы, билдәле музыкант Альберт Исмаил уҡыны.

Төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙма эш Өфөнөң күп профилле колледжында ойошторолдо. Был кимәлдә яҙырға шулай уҡ республиканың туғыҙ районы һәм Пермь крайы ҡушылды.

Майҙанға республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә тыуып үҫкәндәр ҙә, диалект телендә яҙып ҡарауға ҡыҙыҡһыныу менән генә килгәндәр ҙә бар.

Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы Баймаҡта офлайн форматта дүртенсе лицейҙа үтте.

Әҙәби телде яҡшы белеүсе кимәлендә яҙыусылар быйылғы текстың ярайһы ҡатмарлы булыуына иғтибар итте. Күптәр мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә үткән ҡатмарлы ҡағиҙәләрҙе, тыныш билдәләре ҡуйылышын һәм мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙө.

Төрлө сәбәптәр арҡаһында тура трансляция ваҡытында яҙа алмағандар һуңынан башдиктант . ру сайтында һәм мобиль ҡушымтала һаҡланған трансляция видеоһы ярҙамында үҙенең белемен һынай ала. Диктант тексы 26 апрель төнгө ун икегә тиклем ҡабул ителә. Баһа утыҙ көн эсендә билдәле була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb