Башҡортостанда «Йөрәк һүҙе - 2020» шиғриәт бәйгеһенең еңеүселәре билдәләнәсәк

Башҡортостанда «Йөрәк һүҙе - 2020» шиғриәт бәйгеһенең еңеүселәре билдәләнәсәк

2020 йылда «Йөрәк һүҙе» проектына 87 видеояҙма килгән, шуларҙың 12-һе финалға сыҡҡан.

Эксперт комиссияһы рәйесе – Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Эльвира Юнысова.

Арбуйлы комиссия ағзалары – Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов, Башҡортостандың халыҡ артисы һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наилә Ғәләүетдинова, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Исмәғилов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин.

Конкурстың финалына сығыусылар:

- Руслан Абдуллин - Күгәрсен районы мәҙәниәт йорто режиссёры;
- Хәлисә Багаева - Фёдоровка районы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, хаҡлы ялда;
- Марс Сәитғалин - Әбйәлил районының Байым мәҙәниәт йорто директоры;
- Зилиә Янбулатова - Стәрлебаш районынан, судья, хаҡлы ялда;
- Гөлфирә Әхмәтшина - Благовар районы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, хаҡлы ялда;
- Гүзәл Батталова - Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге баш белгесе;
- Инсаф Йәмилев - Өфө ҡалаһында МФЦ-ла юрисконсульт;
- Гөлдәр Хәйбуллина - Стәрлебаш районы, хаҡлы ялда;
- Эльвина Семёнова - Стәрлетамаҡ ҡалаһы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенты;
- Шәүрә Мырҙагәрәева - Өфө ҡалаһында матурлыҡ салонында эшләй;
- Әлиә Шиһапова - М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты;
- Нәфис Сәғитуллин - Белорет районының Инйәр ҡасабаһы мәктәбе уҡыусыһ
ы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йөрәк һүҙе» проекты 2016 йылдан алып эшләй. Ул башҡорт телен Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булараҡ киң йәйелдереү маҡсатында ойошторола. Уның ҡатнашыусылары – үҙ халҡына әйтер йөрәк һүҙе булған шиғриәт һөйөүселәр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb