"Бәлешфест" фестивалендә 14 милләт үҙ бәлеш рецептарын тәҡдим итәсәк

"Бәлешфест" фестивалендә 14 милләт үҙ бәлеш рецептарын тәҡдим итәсәк

"Бәлешфест" милли аш-һыу фестивале 5 июндә Бүздәк районының Шарбаш ауылында уҙа.

Башҡортостанда йәшәүсе 14 һәм унан күберәк халыҡ вәкилдәре үҙҙәренең милли ихаталарын, ҡабатланмаҫ халыҡ ризыҡтары рецептарын тәҡдим итәсәк һәм иң тәмле бәлеш бешереүҙә көс һынашасаҡ.

Байрам программаһы бай булырға вәғәҙәләй: халыҡ уйындарында ҡатнашырға, халыҡ оҫталарының күргәҙмәһен ҡарарға, милли биҙәүестәр, кейем-һалым эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә яңы һөнәргә өйрәнергә мөмкин буласаҡ.

Өфө "Нур" татар дәүләт театры, Туймазы татар дәүләт драма театры һәм республиканың башҡа профессиональ коллективтары артистары, шулай уҡ үҙешмәкәр ансамблдәр байрам кәйефе бүләк итер. Балалар өсөн һабантуй һәм төрлө тематик уйын майҙансыҡтары ойоштороласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb