1 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк тамашала башҡорт эстрадаһы “йондоҙҙары”, оло һәм йәш быуын кәмитселәре ҡатнашасаҡ.
Иҙел Аралбаев, Шәһит Хамматов, Илсур Тайсин, Илнур Юламанов, Лилиә Ишемйәрова, Сәғиҙулла Байегет, Лилиә Биктимерова, Фәдис Ғәниев, Айгөл Һағынбаева, Рәфис Сирусин, Ильяс Кинйәғолов, Дияна Ишниязова, Искәндәр Ғәзизов, Заһир һәм Рәүф Иҫәнсуриндар, Сәйет Билалов, Илшат һәм Илгиз Абдрахмановтар тамашасыға күңелле ял бүләк итәсәк. Тағы ла «Бишбармаҡ» оркестры, «Хазина» этно-проекты, «Ренессанс» һәм «Вираж» ансамблдәре, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле сығыш яһаясаҡ.
– Йырсыларҙың барыһы ла тиерлек махсус «Ҡармаҡ-шоу» өсөн яңы йырҙар әҙерләне. Шоуға килеүселәр уларҙы беренсе булып ишетәсәк, – ти ойоштороусыларҙың береһе, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева.