Ейәнсура районы актеры Өфөгә “Соҡор” моноспектаклен алып килә

Ейәнсура районы актеры Өфөгә “Соҡор” моноспектаклен алып килә

26 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Кесе залында “Соҡор” моноспектакле ҡуйыласаҡ. Уның ҡуйыусыһы һәм уйнаусыһы – Ейәнсура районының Иҫәнғол "Үҫәргән" халыҡ тҽатры рҽжисёры һәм актёры Радмир Дәүләтбәков. Спектакль Мөнир Ҡунафиндың “Соҡор” тигән әҫәре буйынса ҡуйылған.

Автор бөгөнгө заман мәсьәләләрен әҫәрҙең төп геройы Зөбәйер аша яҡтырта. Ул бер көн ҡапыл ғына тормош һынауына юлыға һәм, үҙе лә теләмәҫтән, мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйлана башлай.

Спектаклдең премьераһы апрелдә уҙғайны. Бер ай эсендә ул республика халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Иҫәнғол мәҙәниәт һарайы сәхнәһенән тыш, Радмир Дәүләтбәков спектаклде Салауат башҡорт драма тҽатрының камҽра залында ла уйнарға өлгөрҙө. Сиратта – Өфө сәхнәһе.

“Спектакль мәлендә "Соҡор" әҫәре ингән "Шаҡмаҡ ҡояш" китабын һатыу ҙа ойоштороласаҡ”, – тип белдерә яҙыусы Мөнир Ҡунафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb