Фәдис Ғәниев менән Лилиә Биктимерова "Мөхәббәт көсө" исемле программа әҙерләй

Фәдис Ғәниев менән Лилиә Биктимерова "Мөхәббәт көсө" исемле программа әҙерләй

10 апрель Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Фәдис Ғәниев һәм Башҡортостандың, Татарстандың атҡаҙанған артискаһы Лилиә Биктимерова өр-яңы концерт программаһына саҡыра. Һоҡланғыс ғаилә пары булған һәләтле йырсылар унда юмор аша ир менән ҡатын мөнәсәбәттәрен, уларҙың бәхет эҙләү юлындағы мажараларын нәфис һүҙҙә лә, йыр аша ла бик ҡыҙыҡлы итеп сағылдырасаҡ. 

Тамашала Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов (баян), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин (ҡурай), халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты Рифат Шәрәфетдинов, бейеүселәр – Татьяна Мутифи һәм Рөстәм Ғәндәлипов ҡатнаша.

Тамаша Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында үтәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb