Ансамбль үҙ тарихында тәүге тапҡыр Ҡырым Республикаһы буйлап ҙур турне үткәрҙе һәм бер аҙнала 5 концерт бирҙе. Гастролдәр Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы "Беҙ – Рәсәй" федераль программаһы сиктәрендә уҙҙы. Программаны "РОСКОНЦЕРТ" Федераль дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһы тормошҡа ашыра.
Ансамбль гәстролдәрҙә Рәсәй һәм донъя халыҡтары бейеүҙәрен башҡарҙы, башҡорт халҡының мәҙәниәте менән таныштырҙы. Ғәскәровсылар Ялтала, Симферополдә, Евпаторияла, Белогорск районының Ароматное ҡасабаһында һәм Белогорскиҙа сығыш яһаны. Тамашасылар Башҡортостан артистарын алҡыштар, тулы залдар менән йылы ҡабул итте.
"Беҙ Ҡырым менән хушлашмайбыҙ, "тиҙҙән осрашҡанға тиклем " тибеҙ. Сәфәр барышында 2022 йылға хеҙмәттәшлек һәм киләһе гастролдәр тураһында һөйләшеп килештек", - ти ансамблдең директоры Алмаз Сәйетов.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Башҡортостанға ҡайтырға сыҡты. 9 июндә коллектив Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын 82-се ижад миҙгелен ябыу концертына саҡыра.