Өфөнөң Совет майҙанында Еңеү көнөнә арналған илһөйәрлек концерты үтте

Өфөнөң Совет майҙанында Еңеү көнөнә арналған илһөйәрлек концерты үтте

9 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында Еңеү көнөнә арналған «Тыуған ил ниҙән башлана?» исемле концерт үтте.

Байрам программаһын Йәш тамашасы театры артистары башҡарыуында «Беҙ барыбер еңдек» әҙәби-музыкаль композицияһы асты. Бынан һуң өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Еңеү көнө менән ҡотланы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградаларын, шулай уҡ профилле класс уҡыусыларына йәш шайморатовсылар билдәһен тапшырҙы.

- Бындай билдәләр алып һәм “шайморатовсы” исемен йөрөтөп, егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ батыр ата-бабаларҙың иң яҡшы сифаттарын үҙләштерергә тейеш. Генерал Шайморатов: «Салауаттың вариҫтары сигенә белмәй!» – тигән. Шайморатовсы булыу йөрөтөү – ҙур мәртәбә, - тине Радий Хәбиров. - Бөгөн беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм Ватанды һаҡлаған егеттәребеҙгә ярҙам итеү өсөн бөтә көстө һалабыҙ. Ошо еңел булмаған көндәрҙә берҙәм булғаныбыҙ өсөн республика халҡына рәхмәт белдерәм. Барлыҡ ауырлыҡты үтеп сығырбыҙ, һәм еңеү беҙҙең яҡта булыр!

Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы Совет майҙанын артабан үҫтереү буйынса ниәттәр хаҡында һөйләне.

- Ошондай һәр сара менән беҙ майҙандың мөмкинлектәрен асабыҙ. Ике аҙнанан бында «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙғарыла, - тине Радий Хәбиров.

Плоц-концерт сиктәрендә Совет майҙанында Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге тынлы оркестр, Башҡортостандың йыйылма оркестры, Хәрби тынлы оркестр, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестры, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры музыканттары сығыш яһаны. «Шайморатов генерал» музыкаль-хореография постановкаһын Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тәҡдим итте.

Артабан Өфөлә йыл һайын уҙғарылып килгән "Тыуған ил ҡайҙан башлана?" Бөтә Рәсәй йыр конкурсы лауреаттарының концерты үтте.

Совет майҙанындағы байрам программаһын сәхнә оҫталарының "Көслөләр ваҡыты" концерты йомғаҡланы. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған саралар Ленин исемендәге майҙанда сағыу салют менән тамамланды.

Өфөнөң Совет майҙанында Еңеү көнөнә арналған илһөйәрлек концерты үтте
Өфөнөң Совет майҙанында Еңеү көнөнә арналған илһөйәрлек концерты үтте
Өфөнөң Совет майҙанында Еңеү көнөнә арналған илһөйәрлек концерты үтте
Өфөнөң Совет майҙанында Еңеү көнөнә арналған илһөйәрлек концерты үтте
Өфөнөң Совет майҙанында Еңеү көнөнә арналған илһөйәрлек концерты үтте
Өфөнөң Совет майҙанында Еңеү көнөнә арналған илһөйәрлек концерты үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb