“Гөлбостан” спектакле “Нәүрүз”дә ҡатнаша

“Гөлбостан” спектакле “Нәүрүз”дә ҡатнаша

7 июндән 11 июнгә тиклем Ҡазан ҡалаһында Төрки телле театрҙарҙың XV Халыҡ-ара “Науруз” фестивале үтә. “Науруз” – ҙур масштаблы, йыл һайын үҙғарыла торған Рәсәйҙәге милли театрҙар фестивале. Ул 1998 йылдан алып Татарстан республикаһында уҙғарыла. Быйылғы фестивалдә Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Таджикстан,Үзбәкстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан илдәренән һәм Рәсәйҙең милли республикаларынан театр коллективтары ҡатнаша. Фестивалдә меңдән ашыу ҡатнашыусы көтөлә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры фестивалдә режиссер А.Абушахманов сәхнәләштергән “Гөлбостан” (Ҡ. Даяндың “Таңсулпан” пьесаһы буйынса Д.Йосопов инсценировакаһы) спектаклен тәҡдим итә. Спектакль 10 июндә Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә 19 сәғәттә күрһәтеләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb