Хәйбуллала "Балаҫтарҙа - йән йылыһы" оҫталыҡ дәресе ойошторолдо

Хәйбуллала "Балаҫтарҙа - йән йылыһы" оҫталыҡ дәресе ойошторолдо

Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылы мәҙәниәт йортонда "Балаҫтарҙа - йән йылыһы" тип исемләнгән балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткән. Балаҫ һуғыу электән килгән йолаларҙың береһе. Был сарала күрше Йылайыр районы Байғужа һәм Яманһаҙ ауылдары ағинәйҙәре лә ҡатнашҡан. Оҫталыҡ дәресендә балаҫ һуғыу серҙәре менән таныштырғандар, балаҫ һуғыу станоктарының төрҙәре күрһәтелгән, еп һуҙыу тәртибе аңлатылған. Сара бик матур, йәмле аралышыу менән үткән.

- Йәйғор төҫөндәге балҡыштары менән күҙҙе ҡамаштырған балаҫтар - йәнһеҙ әйбер түгел, бармағың тейеү менән уларҙы һуҡҡан оҫталарҙың күңел йылыһы һиңә күскәндәй тойола. Һәр бер балаҫта - быуаттарҙан күскән тәрән мәғлүмәт, йәнде арбар илаһилыҡ. Уларҙа әсәй - өләсәйҙәрҙең матурлыҡ хаҡында төшөнсәләре, иң яҡты хыялдары, ижади оҫталығы ғына түгел, быуындан-быуынға әйтер һүҙе - изгеләрҙән-изге аманаты һалынған, - ти сарала ҡатнашҡан ағинәйҙәр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb