Илдар Абдразаҡовтың фестивале быйыл Рәсәйҙең 7 ҡалаһында уҙасаҡ

Илдар Абдразаҡовтың фестивале быйыл Рәсәйҙең 7 ҡалаһында уҙасаҡ

27 майҙа Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың IV Халыҡ-ара музыка фестивале башлана. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә фестивалде асыу тантанаһын Илдар Абдразаҡов үҙенең педагогы Миләүшә Ғәли ҡыҙының тыуған көнөнә арнай.

Остазды 95 йәшлек юбилейы менән ҡотларға йырсы танылған опера йырсыларын һәм профессорҙың уҡыусыларын - Елена Стихина, Василий Ладюк, Владислав Сулимский, Асҡар Абдразаҡов, Дилара Иҙрисова, Әлфиә Кәримова, Иҙрис Ғәзиев, Владимир Копытов, Рәил Кучуков, Владимир Беловты саҡырҙы. Программала Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры оҙатыуында рус һәм сит ил композиторҙарының операларынан популяр ариялар һәм дуэттары яңғыраясаҡ. Дирижер - Дмитрий Крюков.

Дүртенсе фестиваль үҙенең форматын һәм географияһын киңәйтте. Әгәр 2018 йылда тәүге миҙгел Өфөлә тупланһа, икенсеһе һәм өсөнсөһө дүрт төбәк үҙәген үҙ эсенә алды, 2021 йылда проект ете ҡалала тәҡдим ителде. Өфөнән тыш, тәүге тапҡыр смотр картаһында Новосибирск (28 июнь), Томск (30 июнь), Төмән (1 июль), Тобольск (3 июль) һәм Әстерхан (7 июль) ҡалалары инде. Фестивалдең күләмле белем биреү программаһы һәм гала-концерты Мәскәүҙә февралдә үтте.

Опера йондоҙҙарына йәш йырсылар, шул иҫәптән февраль оҫталыҡ дәрестәре һөҙөмтәләре буйынса һайланған башҡарыусылар Ирина Котова (сопрано), Анастасия Лерман (сопрано), Ульяна Бирюкова (меццо-сопрано), Кирилл Белов (тенор), Арсений Яковлев (тенор), Рауф Тимергазин (баритон), Дмитрий Чеблыков (баритон) ҡушыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb