Клин ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы

Клин ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы

Уҙған ялдарҙа Мәскәү өлкәһенең Клин ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы. Ул  VI Художестволы халыҡ кәсептәре фестивалы уңайынан ойошторолдо.

Сараны Клин ҡалаһы Башлығы Алёна Сокольская асты.

—   Башҡортостан вәкилдәрен Клин ҡалаһында сәләмләүебеҙгә шатмын. Беҙҙең хеҙмәттәшлек киләсәктә лә дауам итер, тип ышанам. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа һәм Башҡортостандың  Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Андрей Фёдоровҡа сараны ойоштороуҙа булышлыҡ итеүҙәре өсөн рәхмәт еткерәм, — тине ул.

Быға тиклем фестиваль сиктәрендә сыуаш, татар һәм башҡа милләт вәкилдәре Клин ҡалаһы халҡына үҙ мәҙәниәтен күрһәтһә, быйыл башҡорттар сығыш яһаны. Клинлылар башҡорт милли кейемдәре, боронғо көнкүреш әйберҙәре, йыр-бейеүҙәре менән танышты  һәм милли аш-һыуҙан ауыҙ итте.

Фестивалдә Башҡортостандан БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов менән БР-ҙың атҡаҙанған артисы Заһир Зәйнетдинов ҡатнашты. Байрам концертында шулай уҡ Мәскәүҙән “Сәсән” ижад беркмәһе, “Аҡ тирмә” фольклор ансамбле, “Алтын Ай” башҡорт бейеүҙәре һәм “Хазина” йыр-бейеү ансамблдәре сығыш яһаны.

Клин ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы
Клин ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы
Клин ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb