Данлыҡлы театрҙың бер төркөм артистары Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының наградалары менән бүләкләнде. Йәш артистар Азат Вәлитов, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Артур Кәбиров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Илгизә Ғилманова, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡунаҡбаев мәҙәниәт өлкәһендәге лайыҡлы хеҙмәте өсөн Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнде. Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Тәнзилә Хисамова "Мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары өсөн" почет знагы менән бүләкләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 – 17 апрелдә Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда Башҡорт дәүләт драма театрының гастролдәре уҙа. Ғәлиәсгәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры араһындағы алмаш гастролдәр – ике туғандаш халыҡтың дуҫлығын нығытыусы матур йола.