Мартта Башҡортостанда «Арт-Ҡоролтай» Төбәк-ара мәҙәни форумы үтәсәк

Мартта Башҡортостанда «Арт-Ҡоролтай» Төбәк-ара мәҙәни форумы үтәсәк

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов БР мәҙәниәт министрлығының киңәйтелгән ултырышында «Арт-Ҡоролтай» төбәк мәҙәни форумын ойошторорға тәҡдим итте. Ул 25 мартта билдәләнгән Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө сиктәрендә үтәсәк. 

«Форумда аралашыу республика мәҙәниәтен үҫтереү йүнәлештәрен стратегик күреүҙә файҙалы ҡорал булыуы ихтимал. Бынан тыш, беҙ 26 мартта «Фольклориадаға тиклем 100 көн»гә кире иҫәпте башларға уйлайбыҙ», — тип белдерҙе Азат Шамил улы.

БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, баш ҡала халҡы ғына түгел, тотош республика халҡы байрамса мөхитте тойорға тейеш.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb