"Мираҫ" ансамбле ижад миҙгелен ябыу тамашаһына саҡыра

"Мираҫ" ансамбле ижад миҙгелен ябыу тамашаһына саҡыра

20 майҙа Өфө ҡалаһының "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле 29-сы миҙгелен ҙур концерт менән яба. Ул, ижад миҙгеле кеүек үк, сағыу һәм онотолмаҫ булырға вәғәҙәләй. Тамаша Ҡала мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ.

Донъялағы эпидемиологик хәлгә ҡарамаҫтан, ансамбль артистары тиҙ арала эш тәртибенә инә алды. Улар республика ҡалалары һәм райондары буйлап гастролдәргә сығып ҡына ҡалманы, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Шардже ҡалаһында фестивалдә лә ҡатнашты.

"Беҙ пандемия башланғандан алып Рәсәйҙән сит илгә сыға алған беренсе профессиональ коллектив булдыҡ. Был беҙгә яуаплылыҡ өҫтәне. Йәш состав сит ил фестивалендә сығыш яһаған мәлдә артистарҙың өлкән быуыны Башҡортостан халҡын "Донъя буйлап" концерт программаһы менән ҡыуандырҙы", - тип һөйләй ансамблдең директоры Байрас Ишбирҙин.

Ижади миҙгелен япҡандан һуң ансамбль артистары, күптәр уйлағанса, отпускыға юлланмай, ә Рәсәйҙең төньяҡ ҡалалары буйлап гастролдәргә сыға. Өфө ҡалаһының "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле Муравленко (27 майҙа), Ноябрьск (28 майҙа), Губкинский (29 майҙа) һәм Яңы Уренгой (30 майҙа) ҡалаларында сығыш яһаясаҡ. "Донъя буйлап" программаһына "Сатыр эргәһендә", "Оҫта ҡуллы ҡыҙҙар", "Маршрут" башҡорт бейеүҙәре, "Өлгөр" татар бейеүе, "Русская пляска", "Букурия" күңелле молдаван бейеүе, "Маламбо" аргентин бейеүе һәм башҡалар ингән.

Гастролдәр тамамланғас, данлыҡлы ансамбль коллективы 3-10 июлдә Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнергә ниәтләй. Артабан уларҙы яңы юбилей миҙгеле көтә!

"Мираҫ" ансамбле ижад миҙгелен ябыу тамашаһына саҡыра
"Мираҫ" ансамбле ижад миҙгелен ябыу тамашаһына саҡыра

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb