"Нур" театрының балалар студияһы "Көнсығыш әкиәте" халыҡ-ара конкурс-фестивалендә еңеү яуланы

"Нур" театрының балалар студияһы "Көнсығыш әкиәте" халыҡ-ара конкурс-фестивалендә еңеү яуланы

"Нур" театрының балалар студияһы "Көнсығыш әкиәте" XXXIII Халыҡ-ара музыкаль-ижад конкурс-фестиваленең Гран-приһын яуланы. Уға кубок, 25000 һумлыҡ сертификат һәм Мәскәү конкурсында ҡатнашыуға саҡырыу тапшырылды. Студияның етәксеһе Ленария Фәнәүи ҡыҙы Хажиева "Иң яҡшы етәксе" номинацияһында еңеү яуланы.

Конкурс үткән аҙнала Ҡазанда үтте. Йәш артистарыбыҙ "Алтын асҡыс" спектакленән өҙөктө күрһәтте.

Студия коллективын һәм уның етәксеһе Л. Хажиеваны еңеү менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уларға ижади уңыштар һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb