Реконструкциянан һуң Мишкә районында мари тарихи-мәҙәни үҙәген асылды

Реконструкциянан һуң Мишкә районында мари тарихи-мәҙәни үҙәген асылды

Бөгөн Мишкә районында яңыртылғандан һуң мари тарихи-мәҙәни үҙәген асылды. Реконструкция эше 2019 йылдың авгусынан 2020 йылдың декабренә тиклем барҙы.

Бөгөн асылған бинаға “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проекты буйынса реконструкция яһалған. Хәҙер үҙәктә интрактив музей,оҫтахана, тауыш яҙҙырыу студияһы, киностудия,  ҙур зал бар.

БР вице-премьеры Азат Бадранов тарихи-мәҙәни үҙәктә дәүләт наградалары ла тапшырҙы: Краснокама районының “Эрвел-Мари” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Раиса Сатаеваны Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb