Республикала "Башҡортостан тәме" онлайн-марафоны иғлан ителде

Республикала "Башҡортостан тәме" онлайн-марафоны иғлан ителде

Башҡортостан халҡын "Башҡортостан тәме" кулинар онлайн-марафонында ҡатнашырға саҡыралар. Ул 2021 йылдың 12 июненән 4 ноябренә тиклем уҙғарыла.

Сарала ҡатнашыр өсөн 31 октябргә тиклем Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың милли аш-һыуын әҙерләргә һәм уның видеорецебын Бәйләнештә йәки Instagram социаль селтәрҙәрендә һалырға кәрәк.

Видеояҙманан һуң исем-шәрифте тулыһынса, илде, төбәкте, ҡаланы / ауылды күрһәтергә, тап ошо ризыҡты һайлау сәбәбен һөйләргә кәрәк.

Шулай уҡ # тәмбашҡорт # тәмрии2021 һәм # TasteOfBashkiria хештегтарын ҡуйыу мотлаҡ.

Бөтә ҡатнашыусылар ҙа дипломдар менән бүләкләнәсәк. Еңеүселәр 4 ноябрҙә иғлан ителәсәк. Улар ҡиммәтле бүләк аласаҡ.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәрен баһалағанда жюри түбәндәге критерийҙар буйынса эшләйәсәк:

- креативлыҡ;

- материалды еткерә белеү;

- лайктар һаны һәм видеороликты ҡарау.

Ойоштороусыһы - Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто.

Барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы 8 (347) 276-62-75 һандары буйынса шылтыратып йәки Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. адресына яҙып асыҡларға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb