Рус драма театры алдындағы майҙанда «Ватан Геройҙарына бағышлана» open air концерты буласаҡ

Рус драма театры алдындағы майҙанда «Ватан Геройҙарына бағышлана» open air концерты буласаҡ

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышлап, 22 февралдә  13 сәғәттә Рус драма театры алдындағы майҙанда «Ватан Геройҙарына бағышлана» open air концерты башлана.

Программала – популяр артистарҙың, Башҡортостан Республикаһының билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең сығыштары. Байрам ҡунаҡтарын Рәмил Бәҙәмшин, Геннадий Родионов, «Арғымаҡ», Zainetdin show Neo Vision төркөмдәре, шулай уҡ «Йәшлек шоу-2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалсылары YALFY, RAHIMOV, Илдар Абдуллин, Алиса Жумагалиева ҡыуандырмаҡсы.

Концерттың хедлайнеры – йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Денис Майданов.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb