Салауат башҡорт драма театры «Лабиринт» спектаклен тәҡдим итә

Салауат башҡорт драма театры «Лабиринт» спектаклен тәҡдим итә

20-23 сентябрь көндәрендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә премьера- вербатим төрөндә ҡуйылған «Лабиринт» спектакле тамашасылар хөкөмөнә тәҡдим ителәсәк.

Ҡуйыусы режиссер-Юлиә Һәүбанова. Спектакль1 сәғәт дауамында һәм урыҫ телендә бара.

«Һуңғы ике тиҫтә йылда кеше тормошоноң, йәмғиәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып интернет селтәре килеп инде. Тәүҙә ятһынып, сәйерһенеп тә ҡабул иткән интернет тиҙ арала йәшен дә, ҡартын да тиерлек үҙ ауына сырмап алды. Бөгөн "интернет-бәйлелек" заман сиренә әүерелде. Виртуаль тормошта «йәшәгән» кеше үҙе генә түгел, уның яҡындары ла зыян күрә. Әммә нисек итеп ярҙам итеү юлдарын белмәйҙәр. Был социаль сирҙән айырыуса балаларҙы ҡурсалау - барыбыҙҙың да бурысы. Интернет ауынан нисек ҡотолорға «Лабиринт» ярҙам итер».

Ролдәрҙә: Фатима Бирғәли ҡыҙы (80 йәш), библиотекарь Лиза, психолог Алена, Гөлшат-Лиана Ниғмәтуллина;

Евдокия Петровна (82йәш), Әбей - Нәүфилә Яҡупова (Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы);

Блогер Сергей, Ильяс, Андрей Макаревич - Рафаэль Ғәйнуллин;

Блогер Айҙар, Азат - Радик Ғәлиуллин;

Блогер Женя, Нурислам, Сергей Никитин - ӘмирҮтәбаев.


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru