Салауат башҡорт драма театры федераль проект буйынса етенсе спектаклде әҙерләй

Салауат башҡорт драма театры федераль проект буйынса етенсе спектаклде әҙерләй

Кисә «Башкортостан 24» телеканалында Салауат дәүләт башҡорт драма театры көнө уҙҙы. Сара сиктәрендә театр коллективы көн дауамында төрлө тапшырыуҙа тура эфирҙа ҡатнашты, Телеүҙәк алдында Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арнап шиғырҙар уҡыны, Салауат ҡалаһы хаҡында йыр башҡарҙы. Шулай уҡ театр етәкселеге ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы.

Театр күптән түгел 88-се ижад миҙгелен йомғаҡланы. Пандемимяға бәйле сикләүҙәргә ҡармаҫтан, коллектив уңышлы ижад итте. Премьераларға килгәндә, Ноғман Мусиндың проза әҫәре буйынса ҡуйылған “Ғүмерҙең бер мәле” (режиссер Лиана Ниғмәтуллина), Олжас Жанайдаровтың “Беруши” пьесаһы буйынса ҡуйылған “Бер, ике, өс...” (режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев) спектаклдәре тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы, ҙур ҡаланан ситтә урынлашҡан театрҙың да баш ҡала театрҙары кимәлендә ижад итә алыуына инандырҙы. Сәрүәр Суринаның “Абау, димсе килә” музыкаль комедияһы (режиссер Зиннур Сөләймәнов) иһә оҙайлы сикләүҙәрҙән һуң театрҙы һағынған тамашасы өсөн сағыу бүләк булды. Әйтергә кәрәк, был тамашала тотош коллектив ҡатнаша.

Айбулат Ҡотошев театрҙың уңыштарының дәүләт ярҙамына, атап әйткәндә, Берҙәм Рәсәй сәйәси партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проектына бәйле булыуын билдәләне.

“Башҡортостан Республикаһы федераль проектҡа 2017 йылда ҡушылды. Ошо дүрт йыл эсендә беҙҙең театрға 31 миллион һум аҡса бүлегән. Был матди ярҙам нигеҙендә ҙур күләмле алты спектакль эшләнелде, тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорапмалдары яңыртылды, костюмдар тектерелде, гастролдәргә йөрөү өсөн өр-яңы автобус алынды. Ғөмүмән әйткәндә, Берҙәм Рәсәй партияһының проекты ярҙамында Салауат театрын ғына түгел, Рәсәй театрҙарын күтәреү өсөн бик ҙур эш эшләнде – театрҙар яңы һулыш алды,төрлө кимәлдәге спектаклдәр сығарырға, төрлө йүнәлештә эшләп ҡарарға мөмкинлек тыуҙы. Һөҙөмтәһе иҫ киткес ҙур, һәм быны беҙ бер нисә йылдан һуң да тоясаҡбыҙ”, – тигән фекерҙә театрҙың етәксеһе.

Уҙған ижад миҙгеле театр өсөн гастроль һәм фестивалдәргә лә бай булды. Былтыр сентябрҙә – Мәскәүҙә уҙған «Артмиграция» йәш режиссура фестивалендә, быйыл июнь башында Яр Саллы ҡалаһында уҙған Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙарының XVIII фестивалендә ҡатнаштылар. Шулай уҡ Өфө ҡалаһында һәм төрлө райондарҙа гастролдәр ойошторҙолар. Әлеге көндә лә Салауат театры аритистары Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә – Мәсетле, Ҡыйғы, Балаҡатай һәм Дыуан райондарында – гастролдәрен дауам итә. Көндөҙ – балаларҙы, кис ололарҙы спектаклдәр менән ҡыуандыралар.

Матбуғат конференцияһында театрҙың маҡсаттары ла яңғыраны. Мәҫәлән, киләһе ижад миҙгелендә йәнә «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проектында ҡатнашырға һәм Иван Миневцевтың «Горка» тигән пьесаһын сәхнәләштерергә уйлайҙар. Бының өсөн Өфө режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаевҡа мөрәжәғәт иткәндәр. Премьераны яңы ижад миҙгелен асыуға тура килтерергә теләйҙәр. Тағыла Айбулат Ҡотошев киләсәктә Салауат театрына алмаш тәрбиәләү маҡсатында башҡорт балалар студияһын ойоштороу мәсьәләһенә туҡталды.

“Ғөмүмән, театрҙа эш ҡайнай. Юбилейлы ижад миҙгеленә әҙерләнергә, шул уҡ ваҡытта театр бинаһын төҙөкләндергә кәрәк”, – ти Айбулат Минеғәле улы.

Салауат башҡорт драма театры федераль проект буйынса етенсе спектаклде әҙерләй
Салауат башҡорт драма театры федераль проект буйынса етенсе спектаклде әҙерләй

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb