Салауат башҡорт дәүләт драма театры баш ҡала тамашасыһын яңы спектакль менән һөйөндөрҙө

Салауат башҡорт дәүләт драма театры баш ҡала тамашасыһын яңы спектакль менән һөйөндөрҙө

24 мартта Театр декадаһы сиктәрендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры Өфө тамашасыһына танылған башҡорт прозаигы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусиндың «Ике ир һәм бер ҡатын» повесы буйынса "ҒҮМЕРҘЕҢ БЕР МӘЛЕ” спектаклен күрһәтте.

Спектаклде йәш режиссер Лиана Ниғмәтуллина сәхнәләштерҙе. Ҡуйыусы рәссам – Лилиә Хисмәтуллина, композитор – Илсаф Вәдүтов, хореограф – Ольга Даукаева, яҡтылыҡ рәссамы – Евгений Лисицын, вокал буйынса педагог– Айгөл Ғайсина.

Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Тамаша башҡортса сәхнәләштерелә, рус теленә синхронлы тәржемә ителә.

“Өфө сәхнәһендә сығыш яһау - беҙҙең өсөн ҡыуаныслы ла,тулҡынландырғыслы ла хәл, үҙебеҙҙе икенсе тапҡыр премьера уйнаған һымаҡ итеп тоябыҙ. Сөнки спектакль йөрөй икән, әгәр ҙә Өфөгә килтерәләр икән, тимәк уның киләсәге бар тип уйлайым. Тамашасы спектаклде бик йылы ҡабул итте”, - тип фекерҙәре менән бүлеште Лиана Ниғмәтуллина.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb