Салауат районында «Салауат йыйыны» уҙҙы

Салауат районында «Салауат йыйыны» уҙҙы

«Салауат йыйыны». Милли батырыбыҙҙың тыуыуына 267 йыл тулыуға арналған фольклор байрамы Салауат районы һабантуйы сиктәрендә үтте. Майҙанда театрлаштырылған сағыу тамаша ҡуйылды, тирмәләр бәйгеһе, ат сабышы ойошторолдо.

Шулай уҡ тиҫтәләп көрәшсе келәмгә баҫып, еңеүсе исемен яуларға ынтылды. Салауат рухын һаҡлаусылар һәм йәш быуынға еткереүселәр менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.

Салауатты тыуған төйәгенән яуға оҙаталар. Ҡулға уҡ-йәйә алып, дошманға ҡаршы сығырға ваҡыт. «Батыр ирҙәр тыуыр тағын да...» тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша тарихи реконструкция кеүек Салауат Юлаевтың азатлыҡ өсөн көрәш юлын сағылдырҙы. Төп ролде Илнар Зарипов башҡарҙы, Әлкә ауылы егете 2014 йылда уҡ «Салауат батыры» конкурсында Гран-при яулап, яҡташтары араһында абруй алған.

«Ат – юлда, ир яуҙа һынала» тиҙәр. Бәйгелә сабышыусыларҙы күҙәтеү – үҙе бер тамаша. Юртаҡтар кемуҙарҙан алға ынтыла. Бил бирмәҫ батырҙар ҙа майҙанда көсөргәнеш тыуҙырҙы. Милли көрәш буйынса келәмгә сығыусыларҙың һынмаҫ рухы һоҡландырҙы. «Салауат йыйыны» район һабантуйы сиктәрендә үтеп, ерле халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлау, пропагандалауға үҙ өлөшөн индерҙе.

Ағинәйҙәр йырҙар аша тыуған төйәген данлап, ҡубыҙ сиртте. Оҫта ҡулдар боронғо шөғөлдәрҙе тергеҙеү, халыҡ ижадын өйрәнеүгә күп көс һала. Батыр төбәге семәрләп балаҫ һуғыусылары менән дә дан тота. Мәрйәм Фәрхиева өләсәһенән ҡалған станогын алып килгән.

Һабантуй аҡланы башҡорт йәйләүен хәтерләтте. Биләмәлә «Иң матур тирмә» конкурсы ойошторолдо. Сараға райондың ун алты ауыл биләмәһе лә ҡушылып, башҡорттарҙың көнкүрешен сағылдырҙы.

Йәмле Йөрүҙән буйында ойошторолған күркәм байрам быйылға тамам. Салауат рухын тыуған төйәгенә алып ҡайтҡан йыйын киләһе йыл йәнә үткәрелер. Йәш быуында милли ғорурлыҡ тойғоһон уятыу, тарихҡа, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү уның төп бурысы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb