Шамонин ауылында балалар һабантуйы уҙҙы

Шамонин ауылында балалар һабантуйы уҙҙы

Кисә Өфө районының Шамонин ауылында балалар һабантуйы уҙҙы. Унда Шамонин, Шмитд, Бурцев ауылы балалары ҡатнашты.

Байрам олоһона ла, кесеһенә лә яҡшы кәйеф, матур ял бүләк итте. Кескәйҙәр өсөн аквагримм, һүрәт төшөрөү конкурстары, милли уйындар, квестар ойошторолғайны. Ҡыҙҙар һәм малайҙар сәс үреү, асҡыс янсығы яһау, химик тәжрибәләр үткәреү, төрлө тәмлекәстәрҙе биҙәү кеүек мауыҡтырғыс уйындарҙа ҡатнашты, батутта һикерҙе, милли кейемдә һәм йәнһүрәт геройҙары менән фотоға төштө.

Байрамда йәрминкә лә үтте. Ошо ауылдарҙа йәшәгән әсәләр ҡул эштәрен, үҙҙәре бешергән ризыҡтарҙы тәҡдим итте. Хатта ҙур ҡаҙанда былау ҙа әҙерләп алып килгәйнеләр.

Байрам мәктәп уҡыусыларының, атай-әсәйҙәрҙең сағыу сығыштары менән биҙәлде. Концертта “Ант” төркөмө артистары ла ҡатнашты.

Һабантуй ошо ауылда йәшәгән Лилиә Барлыбаеваның башланғысы һәм ата-әсәләрҙең ҙур тырышлығы менән ойошторолған. Байрамдың бағыусылары - Шамониндағы "Шоколадка", "Наша пекарня", "Вкусняшки и кудряшки", Шмидтағы сәскә магазиндары, "Мишки парк" рестораны, шәхси эшҡыуар Илһам Ҡотломбәтов.

Шамонин ауылында балалар һабантуйы уҙҙы
Шамонин ауылында балалар һабантуйы уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb