Сибай концерт-театр берекмәһе 27-се ижад миҙгелен япты

Сибай концерт-театр берекмәһе 27-се ижад миҙгелен япты

Уҙған йома Сибай концерт-театр берекмәһе "Ғаиләм – ҡәлғәм" тип аталған концерт менән 27-се ижад миҙгелен япты. Был программа ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән.

Берекмә артистары йыр, бейеү, нәфис һүҙ аша тормоштоң тик һөйөү, бәхет, тоғролоҡ һымаҡ изге төшөнсәләрҙән генә тормауы, ҡайһы берҙә ғаиләләргә көнләшеү, ялғанлыҡ, хыянат менән дә осрашырға тура килеүе хаҡында иҫкә төшөрҙө. Был концерт йәш быуынға теләк кеүек булды.

Сценарий авторы – Әнүзә Ниғмәтуллина, ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Минзилә Ҡотошева, музыкаль етәксе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин.

Концерт алдынан артистарҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Сибай концерт-театр берекмәһенең Рәхмәт ҡағыҙҙары “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Фәйрүзә Сәлимгәрәеваға, йырсылар Фларид Бирғәлинға һәм Фаил Йортбәковҡа, нәфис һүҙ оҫтаһы Илнур Сәлимгәрәевҡа, билет кассаһы кассиры Гөлсинә Ниғмәтуллинаға тапшырылды.  “Сулпан” балалар театры актрисаһы Зәлиә Ғәлиәхмәтова – Сибай ҡалаһы хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең Почет грамотаһы, йырсы Зәбирә Әминева – ҡала хакимиәтенең Рәхмәт ҡағыҙы, тегеү цехы начальнигы Рәшиҙә Ҡудашева ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Сибай концерт-театр берекмәһе 27-се ижад миҙгелен япты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb