Сибай "Сулпан" балалар театры "Науруз" халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша

Сибай "Сулпан" балалар театры "Науруз" халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша

Сибай концерт-театр берләшмәһенең "Сулпан" балалар театры коллективы "Науруз" XV халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашыу өсөн Ҡазан ҡалаһына юлланды. 2021 йылдың 7 июненән 13-нә тиклем үтәсәк фестиваль программаһына Ҡаҙағстандан, Азербайжандан, Тажикстандан, Үзбәкстандан, Төркмәнстандан, Ҡырғыҙстандан һәм Рәсәйҙең милли республикаларынан 23 театрҙың спектаклдәре ингән.

Быйыл "Науруз" төньяҡ төркиҙәрҙең театр сәнғәте эгидаһы аҫтында уҙа. Фестивалдә режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың "Тылсымлы ҡурай" спектаклен тәҡдим итә. Спектакль 2020 йылда "Кесе Ватан мәҙәниәте" федераль проекты сиктәрендә ҡуйылды. Тамаша 9 июндә иртәнге сәғәт 11-ҙә "Әкиәт" ҡурсаҡ театры сәхнәһендә күрһәтеләсәк (Ҙур зал, Петербург урамы, 57).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb