Стәрлетамаҡта Ришат Хәмитовтың концерты уҙа

Стәрлетамаҡта Ришат Хәмитовтың концерты уҙа

9 апрель Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең ҙур залында  һәләтле йырсы, йомарт нәфис һүҙ оҫтаһы Ришат Хәмитовтың концерты буласаҡ.  «Һеҙгә әйтер һүҙем бар» тип аталған бай йөкмәткеле күркәм кисәлә һәр тамашасы күңеленә яҡын булған йырҙар, илаһи моңдар ишетер. Дәртле сағыу бейеүҙәр йөрәктәрҙе елкендерһә, серле ҡурай моңдары мөғжизә донъяһын асыр. 

Программала шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рудамир Басыров, халыҡ-ара һәм республика бәйгеләре лауреаттары Сулпан Басырова, Гүзәлиә Татлыбаева, Сәйҙәш Сәсәнбаев, Динар Абдуллин ҡатнашалар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb