Стәрлетамаҡта Ғалимдар һәм яҙыусылар аллеяһы асылды

Стәрлетамаҡта Ғалимдар һәм яҙыусылар аллеяһы асылды

Стәрлетамаҡта ҡала, республиканың мәҙәни, ғилми һәм рухи үҫешенә ҙур көс һалған шәхестәрҙең бюстарынан торған аллея барлыҡҡа килде. Унда башҡорт мәғрифәтсеһе һәм шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, рус яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Сергей Аксаков, татар яҙыусыһы һәм телсе Ғәлимйән Ибраһимов, сыуаш шағиры Константин Ивановҡа бюстар ҡуйылған.

2015 йылда уҡ тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлеге рәйесе Ләйсән Йосопова тарафынан 3-D туристик маршруты проекты барлыҡҡа килә. Ошо проект сиктәрендә әлеге аллея идеяһы ла тыуа, сөнки, Ләйсән Йәркәй ҡыҙы билдәләүенсә, яҙмыштары ҡала, республика тарихы менән бәйле шәхестәргә һәйкәлдәр бик аҙ кимәлдә була. Һәм, ниһайәт, был ниәт тормошҡа аша.

“Ашҡаҙар” гәзите хәбәр итеүенсә, проектты Стәрлетамаҡ ҡалаһы сыуаш милли-мәҙәни автономияһы рәйесе урынбаҫары Оксана Федорова тормошҡа ашыра. Автономия, Башҡортостан сода компанияһы үткәргән “Стәрлетамаҡ – дөйөм йортобоҙ” конкурсында ҡатнашып, бер миллион һумлыҡ грант ота һәм эшкә тотона. Бюстарҙы Башҡортостан рәссамдар союзы ағзаһы Хәлит Ғәлиуллин яһаған.

– Быйыл 255 йыллыҡ тарихын билдәләгән Стәрлетамаҡ ҡалаһында төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Милләт-ара бәйләнеште, дуҫлыҡты, татыулыҡты нығытыуҙа был аллея ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки унда урынлашҡан бюстар бер нисә милләттең фән, мәҙәниәт, мәғрифәт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға эйә тарихи шәхестәрен сағылдыра, – тип билдәләп үтте аллеяны асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов.

Аллеяла киләсәктә бюстар тағы ла өҫтәлер тип көтөлә.

Стәрлетамаҡта Ғалимдар һәм яҙыусылар аллеяһы асылды
Стәрлетамаҡта Ғалимдар һәм яҙыусылар аллеяһы асылды
Стәрлетамаҡта Ғалимдар һәм яҙыусылар аллеяһы асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb