Һуңғы 10 йылда тәүге тапҡыр Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Төньяҡ Кавказ төбәгенә гастролдәргә сыға.
Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур турне "Беҙ - Рәсәй" федераль программаһы сиктәрендә үтә.
Концерттарҙы Ғәскәров мираҫының алтын фондынан башҡорт классик бейеүе "Зарифа" менән асыла. Тамашасылар билдәле "Ете ҡыҙ" бейеүен дә ҡараясаҡ. Ансамблдең яңы постановкалары араһында - Алексей Шишкиндың "Русь" хореографик композицияһы. Был миҙгелдең премьераһы - "Адыгея" дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе һәм баш балетмейстеры Аслан Хаджаев ҡуйған «Адыгские уджи» черкес бейеүе.
Ғәскәров ансамбле түбәндәге ҡалаларҙа сығыш яһай:
22 апрель - Волгоград ҡалаһы,
24 апрель - Әстрхан ҡалаһы
26 апрель - Ставрополь ҡалаһы
27 апрель - Майкоп ҡалаһы
28 апрель - Пятигорск ҡалаһы
29 апрель - Грозный ҡалаһы
30 апрель - Махачкала ҡалаһы