Өфөлә билдәле скульптор Салауат Щербаков тураһында фльмдың презентацияһы үтте

Өфөлә билдәле скульптор Салауат Щербаков тураһында фльмдың презентацияһы үтте

Өфөлә  “Родина” кинотеатрында Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, педагог, профессор, билдәле скульптор Салауат Щербаков тураһында фильмдың презентацияһы үтте.

Яҡташыбыҙ Кремль майҙанындағы кенәз Владимир, Ғабдулла Туҡай, Петр Столыпин, Николай Склифосовский, Михаил Калашников һәм башҡа билдәле шәхестәргә арналған 40-тан ашыу һәйкәл авторы.  Рәсәйҙең хәрби дан ҡалаларында урынлаштырылған 45-тән ашыу стелланы ла ул әҙерләгән.

Фильмды ижади төркөм: продюсер и автор Гәүһәр Батталова; режиссер Әлфиә Арыҫланова; ҡуйыусы оператор Урал Ғатауллин; композитор Илшат Хәлилов һәм  оператор Илгиз Насипов әҙерләне.  

Скульпторҙың атаһы Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорто Дәүләтхажи Ишкилдин булған. 6 йәшендә етем ҡалғас, уны Ырымбурға балалар йортона урынлаштыралар һәм исемен Александрға үҙгәртәләр. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, һуҡыр ҡала. Һуғыштан һуң Мәскәүҙә төпләнә, урыҫ ҡыҙы Елена Сергеевнаға өйләнә. Балаларына Салауат һәм Ғәлиә тигән башҡорт исемдәре ҡушалар. Ата-әсәһе айырылышҡас, Салауат әсәһенең фамилияһын үҙенә ала.

 Фильм Мәскәүҙә, Өфөлә һәм Архангель районында төшөрөлә. Шул иҫәптән Салауат Александр улының оҫтаханаһы ла күрһәтелә,уның остаздары, уҡыусылары менән дә әңгәмә ҡорола.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb