Өфөлә йәш рәссам Әминә Теләүсинаның шәхси күргәҙмәһе асылды

Өфөлә йәш рәссам Әминә Теләүсинаның шәхси күргәҙмәһе асылды

112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Әминә Теләүсинаның шәхси күргәҙмәһе асылды

Әминә Теләүсина 1992 йылда Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында донъяға килгән. Баймаҡ ҡалаһының Ғ. Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбендә, Сибай сәнғәт колледжында, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем алған. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһының 3-сө Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыта.

"Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә яраттым. Сәнғәт институтын тамамлағандан һуң һәр саҡ тәжрибәләр яһаным, рәссам булараҡ үҙ юлымды эҙләнем. Акрил, майлы буяу менән яҙам, ә өс йыл элек акварель менән мауығып киттем - был материал көтөлмәгән яҡтан асылыусан, акварель ярымтондарҙың нескәлектәрен табырға мөмкинлек бирә. Акварелдең ҡағыҙҙа нимә ҡыланырын алдан әйтеп булмай, шуның менән дә ул ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы техника һанала. Минең бөтмәҫ илһам сығанағы - ул туғандарым һәм яҡындарым, тыуған төбәгем һәм унда йәшәүсе кешеләр ", - ти йәш рәссам.

Өфөлә йәш рәссам Әминә Теләүсинаның шәхси күргәҙмәһе асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb