Өфөлә «Йөрәк һүҙе – 2020» шиғриәт бәйгеһенең еңеүселәре билдәләнде

Өфөлә «Йөрәк һүҙе – 2020» шиғриәт бәйгеһенең еңеүселәре билдәләнде

2020 йылда «Йөрәк һүҙе» проектына 87 видеояҙма килгән, шуларҙың 12-һе финалға сыҡты. Пандемияға һәм башҡа сәбәптәргә бәйле, конкурсҡа йомғаҡ яһау 2021 йылдың 28 майында уҙғарылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йөрәк һүҙе» проекты 2016 йылдан алып эшләй. Ул башҡорт телен Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булараҡ киң йәйелдереү маҡсатында ойошторола. Уның ҡатнашыусылары – үҙ халҡына әйтер йөрәк һүҙе булған шиғриәт һөйөүселәр. Проектың авторы һәм тормошҡа ашырыусыһы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова.

Бәйгенең һөҙөмтәләренә килгәндә, III урынды Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары, мәғариф ветерандары Гөлфирә Әхмәтшина (Благовар районы) менән  Хәлисә Багаева (Федоровка районы) яуланы. II урынға Гөлдәр Хәйбуллина (Стәрлебаш районы) лайыҡ булды. Еңеүсе тип Өфө ҡалаһындағы күп функциялы үҙәк юрисы Инсаф Йәмилев (сығышы менән Күмертау ҡалаһынан) табылды. Күгәрсен районынан Руслан Абдуллинға иһә тауыш биреү һөҙөмтәһендә "Тамашасы һөйөүе" исеме тапшырылды, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы уны 100 мең һум менән бүләкләне. "Йыл шиғыры" тип Әбйәлил районының Туйыш ауылынан мәҙәниәт ветераны Әнисә Мәхийәнованың «Заман тураһында уйланыу...» шиғыры билдәләнде, Белорет районынан эшҡыуар Миңлехан Ғәйнетдинов авторға бүләккә 50 мең һум тапшырҙы.

Өфөлә «Йөрәк һүҙе – 2020» шиғриәт бәйгеһенең еңеүселәре билдәләнде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb