Өфөлә шағирә Зөлфиә Ханнанованың "Таш ҡатын" китабының исем туйы уҙҙы

Өфөлә шағирә Зөлфиә Ханнанованың "Таш ҡатын" китабының исем туйы уҙҙы

БР-ҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында шағирә Зөлфиә Ханнанованың “Таш ҡатын” тигән шиғри йыйынтығының исем туйы уҙҙы. Ижади кисәгә яҙыусылар, тәржемәселәр, журналистар, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары һәм студенттары йыйылды. Улар араһында Санкт-Петербургтан билдәле шағир, прозаик, драматург, тәнҡитсе һәм журналист Юрий Татаренко ла бар ине.

Китабы менән таныштырған саҡта шағирә “Таш ҡатын” исемле шиғырының тарихын һөйләне.
 
– Китабымда мин “Кем ул таш ҡатын?” тигән һорауға яуап эҙләйем. Таш – башҡорт әҙәбиәтендә йыш осрай торған образ. Йырҙа ла бит: “Тарих яҙыр инем ташына…” тип йырлана. Таш ҡатын образында ҡатын-ҡыҙҙың рухи ныҡлығын күҙ уңында тотам, ирҙәре менән иңгә-иң терәшеп яуҙа алышҡан ҡатындарҙы күрәм. Ниндәй генә тетрәнеүҙәр булмаһын, ҡатын-ҡыҙ, таштай ныҡлыҡ һаҡлап, йорт-нигеҙенә, һөйөүенә тоғро ҡала, тормош ауырлыҡтарын ире менән тиң күтәрә.
Таш ҡатын һыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фойеһында ла тора. Йыш ҡына алдында туҡтап, уйланып торғаным бар. Һөҙөмтәлә ошо шиғыр тыуҙы, – тине шағирә.
Яңы йыйынтыҡҡа фәлсәфәүи һәм үҙенсәлекле шиғырҙар ингән. Уларҙа халыҡ яҙмышы һәм тарихы сағыла, тормош мәғәнәһе, һөйөү хисенең тәғәйенләнеше тураһында уйланыуҙар яңғырай. Шағирәнең әйтеүенсә, “Таш ҡатын” шиғыры Рәсәй халыҡтары шиғырҙары антологияһына индерелгән. Уның исем туйында Зөлфиә Ханнанова шул әҫәр менән сығыш яһаған. Шулай уҡ Алтайҙа үткән Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһында был шиғырҙы анализларға ҡушылған булған.
 
БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев Зөлфиә Ханнанованы яңы китабы менән ҡотланы.
 
 – Һеҙҙең ижад, тормоштоң үҙе кеүек үк, күп яҡлы. Ябай булмаған осорҙа ижад итеү, өҫтәүенә ике телдә йыйынтыҡ сығарыу – ҙур ҡаҙаныш. Яҙыусылар союзының өҫтөнлөклө бурыстарының береһе – авторҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен тәржемә итеү. Яҙыусы һәм шағирҙарыбыҙ, бер-бер артлы тәржемәле йыйынтыҡтар сығарып, яңы үрҙәр яулай. Ижад ҡанаттарығыҙ талмаһын, – тине ул.
Өфөлә шағирә Зөлфиә Ханнанованың "Таш ҡатын" китабының исем туйы уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb