Өфөлә тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров иҫтәлегенә таҡтаташ асыла

Өфөлә тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров иҫтәлегенә таҡтаташ асыла

11 июндә Өфөлә күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров йәшәгән йортта таҡтаташ асыласаҡ. Сара Мөбәрәков урамындағы 12/2 һанлы йорт алдында көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Тарихсы Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров әүҙем ғилми тикшеренеү эше алып барҙы. Ул — ХVIII-ХIХ быуаттарҙа Рәсәй һәм Башҡортостандың социаль-иҡтисади, мәҙәни үҫеш тарихы, башҡорт, мишәр, типтәрҙәрҙең хәрби хеҙмәте, Башҡортостан ауылдарында идара итеүҙең кантон системаһы, башҡорттарҙа ғаилә һәм никах мәсьәләләре буйынса байтаҡ фундаменталь хеҙмәт авторы. Әнүәр Закир улының 320-нән ашыу ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән 20 монография һәм китаптары баҫылған. Уларҙың күбеһе –  Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Ҡазан, Пермь, Һарытау, Һамар, Силәбе һәм башҡа ҡалаларҙағы архивтарҙан күп йыллыҡ тикшеренеү эше һөҙөмтәһе.

Әнүәр Әсфәндиәров — юғары уҡыу йорттары өсөн "Боронғо замандан алып 1917 йылға тиклем Башҡортостан тарихы" уҡыу ҡулланмаһы, урта мәктәптәр өсөн "Башҡортостан тарихы" дәреслеге һәм башҡа хеҙмәттәрҙең авторҙашы. Уның ун китаптан торған "Башҡортостан ауылдары тарихы" тигән хеҙмәте киң билдәлелек яуланы. Ғалим фән өлкәһендә юғары абруй ҡаҙанды, республикала һәм унан ситтә киң танылыу яуланы.

Әнүәр Закир улының күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге лайыҡлы баһа алды. Тарих фәндәре кандидаты (1970), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2007), Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара (1997) һәм В. П. Бирюков исемендәге Урал (1994) премиялары лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb