Өфөлә Театр декадаһы дауам итә

Өфөлә Театр декадаһы дауам итә

18-се марттан 25-нә тиклем Өфө сәхнәләрендә Театр декадаһы сиктәрендә республикабыҙҙың төрлө театрҙары уҙған миҙгелдең иң уңышлы тип табылған һәм премьера спектаклдәре менән сығыш яһай. 

Кисә баш ҡала сәхнәһендә сибайҙар сығыш яһаны: "Сулпан" балалар театры "Тылсымлы ҡурай" спектаклен күрһәтте, кискеһен Сибай башҡорт драма театры "Шайморатов-генерал" спектаклен тмашасыларға тәҡдим итте.

Бөгөн Стәрлетамаҡ драма театры Әнғәм Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым» исемле драмаһын ҡуясаҡ. 

24 мартта Салауат башҡорт драма театры Ноғман Мусиндың “Ике ир һәм бер ҡатын” повесы буйынса сәхнәләштерелгән “Ғүмерҙең бер мәле”  спектакле менән сығыш яһай. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb