Өфөлә уҙасаҡ Матбуғат байрамында гәзит һәм журналға яҙылырға, бүләк оторға мөмкин

Өфөлә уҙасаҡ Матбуғат байрамында гәзит һәм журналға яҙылырға, бүләк оторға мөмкин

14 июндә Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто Матбуғатҡа яҙылыу көнө үткәрә.

10 июндә Өфөләге Матбуғат йорто алдындағы майҙанда республиканың мәҙәниәт оҫталары ҙур концерт ҡуя. Байрамда Рөстәм Ғиззәтуллин, Юнир Һағынбаев, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Радик Динәхмәтов, Зифа Нагаева, Флера Шәрипова, Алмас Ғафаров, Заһир Байыҡ, Гөлназ Мөхәмәҙиева, Сәйҙә Ильясова, “Арғымаҡ” төркөмө, “Ауаз” фольклор ансамбле, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Наҙгөл Ибраһимова һәм башҡалар сығыш яһай. “Китап” нәшриәте үҙ продукцияһы күргәҙмәһен ойоштора, шулай уҡ халыҡ кәсептәре әйберҙәре һатыла.
Иң мөһиме – байрамда яратҡан республика гәзит, журналдарына яҙылырға һәм шунда уҡ ҡиммәтле бүләктәр оторға мөмкин.

 Байрам 10 июндә иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb